Белем һәм тәрбиә
23 Ғинуар 2024, 10:45

Тәүге еңеүен алты йәшендә яулай

Тормошомда бейеү менән спорт йәнәшә йөрөй, ти Наилә. 

Тәүге еңеүен алты йәшендә яулайТәүге еңеүен алты йәшендә яулай
Тәүге еңеүен алты йәшендә яулай

Бөгөн һеҙҙе оҫта бейеүсе ҡыҙ менән таныштырмаҡсыбыҙ. Ул - таланттарға бай, матур тәбиғәте ожмахҡа тиң Бөрйән районының Яны Мөсәт ауылында тыуып үҫкән Наилә Бердикаева. Ҡыҙ ябай, күп балалы ғаиләлә өсөнсө бала булып донъяға килгән.

”Беҙ ғаиләлә биш бала. Иң өлкән апайым Стәрлетамаҡ ҡалаһында Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалында уҡый. Икенсе апайым ошо уҡ ҡалала график дизайнер һөнәрен үҙләштерҙе, әлеге ваҡытта Өфөлә эшләп йөрөй. Ике ҡустым әсәйем менән, береһе 4-се, икенсеһе 2-се класта уҡый. Тик яҡшы уҡыйҙар, икеһе лә көрәш менән шөғөлләнә. Ҡыҙғанысҡа күрә, атайым беҙҙең арала юҡ инде”, – тип һөйләй ғаиләһе тураһында Наилә.

Ҡыҙ дүрт йәшенән бейеү менән шөғөлләнә башлай, ә алты йәшендә "Еҙ үксә" бейеү конкурсында тәүге еңеүен яулай.

Иҫке Собханғол сәнғәт мәктәбендә хореография бүлеген тамамлай. Район кимәлендә үткән барлыҡ концерттар, сығыштарҙа, конкурстарҙа, һылыуҡай конкурстарында әүҙем ҡатнаша һәм призлы урындар яулай.

Әлеге көндә Өфөлә Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының хореография бүлегендә 2-се курста укый. Уҡыу йортонда студенттарҙың “Хәрәкәт” бейеү берекмәһендә тора. Уҡыу йортонан тыш, Өфөлә үткән төрлө сараларҙа уларҙы сығыш яһарға саҡырып торалар.

Наиләнең бар ғүмере бейеүгә генә бәйләнеп ҡалмаған. Ул буш ваҡытында волейбол, баскетбол менән шөғөлләнә. Репетицияларҙан, сығыштарҙан бушаған арала спорт ярыштарынан ҡалмай, еңеүҙәр яулай.

Бөрйән ҡыҙына уңыштар теләйбеҙ! 

Фотолар шәхси архивтан. 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас