Белем һәм тәрбиә
24 Ғинуар 2024, 16:45

Эске яныу двигателе моделләнә

Импортты алмаштырыу программаһы уңышлы эшләй.

Эске яныу двигателе моделләнәЭске яныу двигателе моделләнә
Эске яныу двигателе моделләнә

Өфөләге вуз-ара кампустың импортты алмаштырыу  программаһы эске яныу двигателенең эшен моделләй. Өфө фән һәм технологиялар университетының технологиялар трансферы үҙәге эске яныу двигателен моделләгән ALLBEA компьютер программаһын тормошҡа ашырыу менән шөғөлләнә. Был эш вуз-ара студенттар кампусы стеналарында алып барыласаҡ. Әйтергә кәрәк уның тәүге сираты былтыр декабрь айында төҙөлөп бөткәйне. Республиканың Йәштәр берләшмәһенең интелектуаль биләмәһендә технологиялар трансферы үҙәге урынлашасаҡ. Унда университеттың технология стартаптарына консультация һәм эксперт ярҙамы күрһәтеләсәк.

-Өфө фән һәм технологиялар университеты технологиялар трансферы үҙәгенең уңышлы кейстарының береһе – эске яныу двигателе эшен моделләү, ALLBEA компьютер программаһын тормошҡа ашырыу. ALLBEA моделләү сиситемаһы өҫтөндә эш Эске яныу двигателе кафедраһында бер нисә тиҫтә йыл дауамында алып барыла. Уның ярҙамында байтаҡ үҙебеҙҙең илдә етештерелгән двигателдәр проектланды. Бөгөнгө көндә система киңәйтелгән һәм яңы мөмкинлектәр менән байытылған, - ти ӨФТУ-ның технологиялар трансферы үҙәгенең директор урынбаҫары Тимур Рәжәпов.

Технологиялар трансферы үҙәге Өфө фән һәм технологиялар университетында 2023 йыл башында барлыҡҡа килә. Ул Башҡортостандың  инновация инфраструктураһын (18 технопаркты, 12 индустриаль паркты, 5 кластерҙы) берләштереп төбәк һәм ил мәнфәғәтен хәстәрләй.  

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас