ИҒТИБАР❗ИҒТИБАР❗ИҒТИБАР❗
📚Милли әҙәбиәт музейының филиалы булған Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейы төрлө авторҙарҙың төрлө нәшриәттәрҙә донъя күргән китаптарының исем туйҙарын үткәреү буйынса "ҺӨЙӨНСӨ! ЯҢЫ КИТАП СЫҠТЫ!" тигән проект өҫтөндә эш башлай.
📚Был проектҡа ярашлы, беҙҙең музейҙа үҙҙәренең ижад емештәренең презентацияһын үткәрергә теләүселәр музей администрацияһына мөрәжәғәт иткәндән һуң, беҙ авторҙар менән берлектә сараның планын төҙөйбөҙ, саҡырыласаҡ ҡунаҡтар, сығыш яһаусылар исемлеген төҙөйбөҙ. Иғлан - афиша әҙерләп таратыуҙы, йыр, бейеү, төрлө музыка ҡоралдарында уйнау, шиғыр уҡыу һымаҡ концерт номерҙары әҙерләүҙе музей хеҙмәткәрҙәре үҙ өҫтөнә ала.
📚Иң мөһиме, ваҡытлы матбуғат баҫмаларында был китап (йыйынтыҡ) тураһында күҙәтеү мәҡәләһе, рецензиялар әҙерләп баҫтырыу ҙа күҙ уңында тотола.
Әйткәндәй, бындай сараларҙы Өфө ҡалаһында ғына түгел, республиканың башҡа ауыл - ҡалаларына, ундағы мәктәптәргә һәм китапханаларға, башҡа белем биреү һәм мәҙәниәт усаҡтарына барып үткәреү ҙә планлаштырыла.
📚Сер итеп кенә шуны ла әйтеп ҡуяйыҡ: әлеге ваҡытта талантлы ҡәләм оҫталары МИЛӘҮШӘ ҠАҺАРМАНОВАның "Зәңгәр төймә" һәм МӘҮЛИТ ЯМАЛЕТДИНОВТЫҢ "Шаңдау" тигән китаптарының исем туйҙарын Учалы, Бөрйән, Баймаҡ районындарына барып үткәрергә әҙерлек бара.
#ММДМАЖИТАГАФУРИ
#ФИЛИАЛНЛМРБ
#ПРЕЗЕНТАЦИЯКНИГ
#ПРОЕКТЯҢЫКИТАПСЫҠТЫ
#ВЫШЛАНОВАЯКНИГА
#РАБОТАЕМПОПУШКИНСКОЙКАРТЕ