Быйылғы йылдың 1 февралендә “Торатау” конгресс-холында #Өйҙә студенттар форумы үтәсәк. Сара Рәсәй студенттары көнөнә арналған һәм Мәскәү, Санкт-Петербург, Ҡазан, Силәбе, Екатеринбург, Ырымбур, Һамар кеүек ҡалаларҙа уҡыған юғары уҡыу йорттары студенттарын үҙ эсенә ала.
Форум сиктәрендә республика ойошмаларының һәм предприятиеларының кадрҙар хеҙмәттәре менән төрлө осрашыуҙар ҡаралған. Тәжрибәле HR республиканың эре предприятиеларында эш эҙләү һәм стажировка үтеү буйынса оҫталыҡ дәресе уҙғара. Юғары уҡыу йорттарында яҡташтар ойошмаларын ойоштороу буйынса стратегик сессия планлаштырылған. Форумды ғәҙәти булмаған “Галстукһыҙ осрашыуҙар” тамамлай, унда студенттар сәйәсмәндәр, кинорежиссерҙар, йырсылар һәм блогерҙар менән аралаша, ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирә ала.
Был уҡыу, тәжрибә уртаҡлашыу һәм ижади мөхит байрамын Башҡортостандың популяр артистары ҡатнашлығындағы төнгө уйын тамамлай. #Өйҙә форумы студенттарға уңышлы киләсәккә юл асырға, үҙ-ара бәйләнештәр булдырырға һәм төрлө өлкәләрҙең иң яҡшы вәкилдәре менән осрашыуҙарҙан файҙа алырға мөмкинлек бирә. Форумда ҡатнашыу өсөн бары тик һылтанма буйынса теркәлеү үтергә һәм 29 ғинуарға тиклем ойоштороусыларҙың раҫлауын көтөргә кәрәк.
Теркәлеү өсөн һылтанма: https://bashstudents.timepad.ru/event/2746433/.
Яңылыҡтарҙы күҙәтегеҙ һәм форумға ҡушылығыҙ!
#Өйҙә – иртәгәһе көнгә маҡсаттары булған йәштәр осрашҡан урын!
Фото: Йәштәр йыйынының сайтынан.