Белем һәм тәрбиә
26 Ғинуар 2024, 07:00

Кескәйҙәр тәбиғәтте танырға өйрәнә

Балалар өйҙәренән төрлө ярма һәм орлоҡтар алып килеп, ҡоштарға һалҡын ҡышты үткәреп ебәрергә ярҙам итергә булған.

Кескәйҙәр тәбиғәтте танырға өйрәнәКескәйҙәр тәбиғәтте танырға өйрәнә
Кескәйҙәр тәбиғәтте танырға өйрәнә

Федоровка районы Кирюшкин ауылының “Родничок” балалар баҡсаһы тәрбиәселәре кескәйҙәрҙе ғәжәп белем донъяһы менән әүҙем таныштыра.Улар ҡыҙ һәм малайҙарға экологик тәрбиә биреү өҫтөндә даими  эшләй, тип яҙа “Ашкадарские зори”. Ҡыш көндәренең береһендә балалар баҡсаһында “Ҡоштарҙы ашатығыҙ!” тигән акция үткәреп, был файҙалы эшкә ата-әсәләрҙе лә ылыҡтырғандар. Балалар өйҙәренән төрлө ярма һәм орлоҡтар алып килеп, ҡоштарға һалҡын ҡышты үткәреп ебәрергә ярҙам итергә булған.

 Һәр нәмә менән ҡыҙыҡһыныусы кескәйҙәрҙең  һорауҙарына тәрбиәселәр яуап биреп, беҙҙә ҡышлаусы ҡоштар, уларҙың туҡланыу рационы менән таныштырған. Өҫтәүенә улар ҡыш сиволы булған ҡыҙылтүш һүрәттәрен төшөрөп, уның хаҡында күберәк белергә теләгән.

Т. Валщикова фотолары. https://ashzori.ru/news/novosti-rayona/2024-01-10/v-kiryushkino-malyshey-uchat-lyubit-zhivuyu-prirodu-3597134?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=78389774

Кескәйҙәр тәбиғәтте танырға өйрәнә
Кескәйҙәр тәбиғәтте танырға өйрәнә
Кескәйҙәр тәбиғәтте танырға өйрәнә
Кескәйҙәр тәбиғәтте танырға өйрәнә
Кескәйҙәр тәбиғәтте танырға өйрәнә
Кескәйҙәр тәбиғәтте танырға өйрәнә
Кескәйҙәр тәбиғәтте танырға өйрәнә
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас