Белем һәм тәрбиә
1 Февраль 2024, 13:15

Кампуста программаға йомғаҡ яһанылар

"Хеҙмәт аша өйрәтеү" программаһын үҫтереү буйынса түңәрәк өҫтәл үтте.

Кампуста программаға йомғаҡ яһаныларКампуста программаға йомғаҡ яһанылар
Кампуста программаға йомғаҡ яһанылар

Өфөләге Вуз-ара кампустың резидент-вуздары ундағы IQ-паркта әүҙем эшләй башланы. Бында "Хеҙмәт аша өйрәтеү" программаһын үҫтереү буйынса түңәрәк өҫтәл үтте. Уның эшендә республика юғары уҡыу йорттары, коммерцияға ҡарамаған ойошмалар, социаль эшҡыуарлыҡ һәм дәүләт учреждениелары вәкилдәре ҡатнашты.

"Хеҙмәт аша өйрәтеү" программаһы ирекмәнлек үҙәктәренән башланғыс алған. Яңы проект социаль мөһим бурыстарҙы хәл итеү аша һөнәри оҫталыҡты арттырыуға йүнәлтелә, белем биреү программаһына стажировкалар, курс һәм диплом эштәренең һөҙөмтәләрен иҫәпкә алып индерелә.

"Хеҙмәт аша өйрәтеү" программаһында социогуманитар йүнәлештәр генә түгел, техник йүнәлештәрҙең дә инеүе мөмкин. Вуздар вәкилдәре коммерцияға ҡарамаған ойошмалар вәкилдәре менән үҙҙәренең тәжрибәләрен уртаҡлашты. Артабан программаны төбәктә үҫтереү өсөн "юл картаһы"н булдырҙылар.

Өфө университетында тормошҡа ашырылған проекттар – һаулығы сикләнгән кешеләрҙе йәмғиәттә яраҡлаштырыу, экскурсия маршруттары, юридик клиника, пластикты эшкәртеү буйынса оҫтахана һәм башҡалар.

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/22901/

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас