Белем һәм тәрбиә
6 Февраль 2024, 17:40

Балалар баҡсаһы һәм ғаилә араһындағы бәйләнеш

Әгәр беҙ әхлаҡи яҡтан сәләмәт быуын үҫтерергә теләһәк, был проблеманы "бөтә донъя" хәл итергә тейеш: балалар баҡсаһы, ғаилә, йәмғиәт.

Балалар баҡсаһы һәм ғаилә араһындағы бәйләнешБалалар баҡсаһы һәм ғаилә араһындағы бәйләнеш
Балалар баҡсаһы һәм ғаилә араһындағы бәйләнеш

Ғаилә һәм мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы - балаларҙы социалләштереүҙең ике мөһим институты. Уларҙың тәрбиәүи функциялары төрлө, әммә баланың һәр яҡлап үҫеше өсөн уларҙың үҙ-ара бәйләнеше кәрәк. Уҡытыусыларҙың һәм ата-әсәләрҙең маҡсаттары һәм бурыстары бер: балаларҙың бәхетле, сәләмәт, әүҙем, тормош һөйөүсән, аралашыусан булып үҫеүен, киләсәктә мәктәптә уңышлы уҡыуын һәм шәхес булараҡ тормошҡа ашырылыуын тәьмин итеү. 
 
Мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы менән ғаиләнең үҙ-ара эш итеү нигеҙендә хеҙмәттәшлек ята, йәғни эшмәкәрлек маҡсаттарын бергәләп билдәләү, һәр ҡатнашыусының мөмкинлектәренә ярашлы көстәрҙе, сараларҙы, эшмәкәрлек предметын ваҡыт эсендә уртаҡ бүлеү, эш һөҙөмтәләрен бергәләп контролдә тотоу һәм баһалау, ә һуңынан яңы маҡсаттарҙы, бурыстарҙы һәм һөҙөмтәләрҙе күҙаллау.

Ата-әсәләр тәрбиәселәрҙең әүҙем ярҙамсылары булһын өсөн уларҙы балалар баҡсаһы тормошона йәлеп итергә кәрәк. Ғаилә менән эште ойоштороу психологик-педагогик йәһәттән ҡатмарлы мәсьәлә булып тора. Мәктәпкәсә белем биреү педагогтарының төп бурыстары түбәндәгесә:
– һәр тәрбиәләнеүсенең ғаиләһе менән партнерлыҡ мөнәсәбәттәре булдырыу;
– балаларҙы үҫтереү һәм тәрбиәләү өсөн көстәрҙе берләштереү;
– үҙ-ара аңлашыу, ҡыҙыҡһыныуҙар уртаҡлығы, үҙ-ара эмоциональ ярҙам булдырыу;
– ата-әсәләрҙең тәрбиәүи оҫталығын әүҙемләштереү һәм байытыу.

Беҙ ата-әсәләр һәм балалар менән бергәләп проект эшмәкәрлеге менән шөғөлләнәбеҙ. Дөйөм көс менән “Минең ғаиләм – минең байлығым”, “Ҡыш Бабай оҫтаханаһы” проекттарын әҙерләнек һәм тормошҡа ашырҙыҡ. Йыл һайын балаларҙың ата-әсәләре менән берлектә “Ҡоштар өсөн иң яҡшы аҙыҡ”, “Көҙ Һылыуҡайы”, “Яңы йыл идеяһы” һ.б. конкурстарын үткәрәбеҙ. Ата-әсәләр эштәрҙе башҡарыуға бик ижади ҡарай. Конкурс йомғаҡтары буйынса, балалар һәр ваҡыт бүләктәр, ә ата-әсәләр дипломдар һәм рәхмәт хаттары ала.

Бынан тыш, ата-әсәләр йыйылышы традицион булмаған ысулда үткәрелә һәм “Ата-әсәләр менән эшләүҙең заманса формаларын һәм ысулдарын ҡулланыу” темаһына презентация формаһында тәжрибә дөйөмләштерелә. Былар барыһы ла төркөмдөң ата-әсәләрен яҡынайтыуға булышлыҡ итә, ә беҙ (тәрбиәселәр һәм ата-әсәләр) балаларҙың таянысы булараҡ, дуҫ коллектив барлыҡҡа килһен өсөн шарттар булдырабыҙ.

Шулай итеп, балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәренең ата-әсәләре менән эшләүҙең төрлө формаларын ҡулланыу ыңғай һөҙөмтә бирҙе: уҡытыусыларҙың ата-әсәләр менән үҙ-ара эш итеү характеры үҙгәрҙе, уларҙың күбеһе балалар баҡсаһы тормошонда әүҙем ҡатнашты һәм тәрбиәселәрҙең алыштырғыһыҙ ярҙамсылары булды. Мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы хеҙмәткәрҙәре ата-әсәләрҙең педагогик эшмәкәрлеккә йәлеп ителеүе тәрбиәсе теләгенә ярашлы түгел, ә үҙ балаһын үҫтереү өсөн кәрәк булғанға күрә мөһим ғәмәл булыуын иҫбатлай.

Ғаиләлә бала ололарҙан өлгө ала, ә балалар баҡсаһында социалләшә. Әгәр беҙ әхлаҡи яҡтан сәләмәт быуын үҫтерергә теләһәк, был проблеманы "бөтә донъя" хәл итергә тейеш: балалар баҡсаһы, ғаилә, йәмғиәт.


Авторы: Айгөл Ғәзизова.
Илеш районының Иҫке Күктау ауылы урта мәктәбенең мәктәпкәсә белем биреү төркөмө тәрбиәсеһе.

Балалар баҡсаһы һәм ғаилә араһындағы бәйләнеш
Балалар баҡсаһы һәм ғаилә араһындағы бәйләнеш
Балалар баҡсаһы һәм ғаилә араһындағы бәйләнеш
Балалар баҡсаһы һәм ғаилә араһындағы бәйләнеш
Автор:Рузилә Ҡолөмбәтова
Читайте нас