Белем һәм тәрбиә
8 Февраль 2024, 09:45

Бөгөн Рәсәйҙә Фән көнө билдәләнә

Ошо айҡанлы Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров ғүмерен ғилми һәм тикшеренеү эшмәкәрлегенә бағышлағандарҙы байрам менән ҡотланы. 

Бөгөн Рәсәйҙә Фән көнө билдәләнәБөгөн Рәсәйҙә Фән көнө билдәләнә
Бөгөн Рәсәйҙә Фән көнө билдәләнә

“Беҙ прогрессты алға этәргән һәм мираҫты һаҡлаған ғалимдарҙың быуындарына ихтирам күрһәтәбеҙ.

Беҙҙең яҡты фәнни тикшереү XVII – XVIII быуаттарҙан алып барыла. Ул саҡта Башҡортостанда мәғдән ятҡылыҡтарын разведкалана, металлургия заводтары төҙөлә башлай.

ХХ быуатта, республикаға юғары уҡыу йорттары асыла башлағас, яҡташ ғалимдарыбыҙ быуыны үҫә. Мәҫәлән, Ҡадир Рәхим улы Тимерғазиндың ватан геологияһы һәм нефть химияһы үҫешенә индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Уның тикшеренеүҙәренең һөҙөмтәләре нефть һәм газ ятҡылыҡтарында эҙләнеү-разведка эштәренең һөҙөмтәлелеген арттырыуға йоғонто яһаған. Был СССР-ҙа нефть сығарыу буйынса Башҡортостанды беренсе урынға сығара.

Гуманитар фәндәр өлкәһендә Рәсәйҙең күренекле этнологтарының береһе – Раил Ғүмәр улы Кузеев әүҙем эшләй. Ул Волга буйы һәм Урал халыҡтарының, шул иҫәптән, әлбиттә, башҡорт халҡының көнкүрешен, мәҙәниәтен, тарихын өйрәнеүгә ҙур өлөш индергән. Ғалимдың исеме менән Рәсәй фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Этнологик тикшеренеүҙәр институты аталған.

Бөгөн беҙ Роберт Искәндәр улы Ниғмәтуллиндың ғилми ҡаҙаныштары менән ғорурланабыҙ. Ғалим 1993 – 2006 йылдарҙа Рәсәй фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәге Президиумын етәкләгән, Рәсәй фәндәр академияһы Океанология институтының элекке директоры һәм бөгөнгө көндә ғилми етәксеһе булып тора.

Фәндең йәш кадрҙарһыҙ үҫешмәүе билдәле. Ошо көндәрҙә Евразия фәнни-белем биреү үҙәге юғары уҡыу йорттары араһындағы студенттар кампусын астыҡ. Проектты Рәсәй Президенты Владимир Путинға тәҡдим иттек. Кампус үҙенсәлекле мөхит булдыра, унда йәш аспирант йәки студент фекерҙәштәре менән бергә ысын мәғәнәһендә инновацион эшләнмәләр һәм продукттар эшләй, фән менән шөғөлләнә ала.

Башҡортостан һуңғы йылдарҙа фәнни-техник йәһәттән яҡшы үҫеш темпы алды.

Ғүмерен ғилми һәм тикшеренеү эшмәкәрлегенә бағышларға ҡарар иткән ғалимдарҙы, профессорҙарҙы һәм студенттарҙы Фән көнө менән ҡотлайым һәм хеҙмәттәрегеҙ өсөн рәхмәт белдерәм. Уңыштар һәм яңы асыштар теләйем!” – тиелә ҡотлау хатында.

Фото: Андрей Назаров битләүенән

 


Бөгөн Рәсәйҙә Фән көнө билдәләнә
Бөгөн Рәсәйҙә Фән көнө билдәләнә
Бөгөн Рәсәйҙә Фән көнө билдәләнә
Бөгөн Рәсәйҙә Фән көнө билдәләнә
Бөгөн Рәсәйҙә Фән көнө билдәләнә
Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас