Белем һәм тәрбиә
8 Февраль 2024, 08:15

Байрамығыҙ менән, ғалимдар!

Радий Хәбиров Фән көнө менән тәбрикләй. 

Байрамығыҙ менән, ғалимдар!Байрамығыҙ менән, ғалимдар!
Байрамығыҙ менән, ғалимдар!

Бөгөн илдә Фән көнө билдәләнә. Ошо айҡанлы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡотлау ебәрҙе. Унда:

“Хөрмәтле коллегалар!

Республикабыҙ ғалимдарын һөнәри байрамдары – Рәсәй фәне көнө менән ҡотлайым!

Һуңғы тиҫтә йылдарҙа фән донъяны үҙгәртте һәм тормоштоң бөтә өлкәләрен үҫтереү нигеҙенә әйләнде. Фән ҡаҙаныштарын күпләп талап иткән иҡтисадтың үҫеше, технологик суверенитет, глобаль конкуренцияға һәләтлелек һәм илдең именлеге хәл иткес дәрәжәлә уның ҡаҙаныштарына бәйле.

Бөгөн академиялар, университеттар, лабораториялар һәм индустриаль партнерҙарҙың инновацион үҫеш үҙәктәре – ил фәненең киләсәге ул. Юғары фәнни, производство-технологик, инновацион потенциалға таянып, Башҡортостан илдең сәнәғәт яғынан үҫешкән алдынғы төбәктәренең береһе булып тора.

Башҡортостан ғалимдарының ҡаҙаныштары менән хаҡлы рәүештә ғорурланабыҙ. Уйлап табыуҙарға заявкалар һаны буйынса республика ғәҙәттәгесә – Рәсәйҙең иң яҡшы төбәктәре иҫәбендә. Ғалимдарыбыҙ тиҫтәләрсә алдынғы Рәсәй һәм сит ил ғилми үҙәктәре менән хеҙмәттәшлек итә, донъя ғилеме үҫешенә тос өлөш индерә. Уларға ярҙам итеү өсөн беҙ бер нисә премия, гранттар, исемле стипендиялар булдырҙыҡ.

Донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең һөҙөмтәле эшләүе һөҙөмтәһендә университеттарыбыҙ бик күп федераль проекттар һәм программалар еңеүселәре булды. Байтаҡ яңы проекттарға, шул иҫәптән төбәк ярҙам саралары иҫәбенә старт бирелде.

Яңыраҡ ил Президенты В.В. Путин ҡатнашлығында асылған вуз-ара студенттар кампусының беренсе сираты, һис шикһеҙ, республикала фән һәм мәғариф үҫешенә яңы стимул бирәсәк.

Ғалимдарыбыҙға – аспиранттан алып академикка тиклем – ғилми эҙләнеүҙәрҙә уңыштар, һаулыҡ, бөтмәҫ дәрт һәм изгелектәр теләйем!

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров," - тиелә. 

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас