Белем һәм тәрбиә
10 Февраль 2024, 05:00

Илештә беҙҙе уҡыйҙар

4-се мәктәп коллективының күбеһе “Башҡортостан” ды алдыра.

Илештә беҙҙе уҡыйҙарИлештә беҙҙе уҡыйҙар
Илештә беҙҙе уҡыйҙар

Гәзитебеҙҙе алдырған төбәктә йөрөүе күңелле. Илешкә эш сәфәребеҙ барышында ҡайҙа барһаҡ та “Башҡортостан”ды белеп тороуҙары һөйөндөрҙө. Үрге Йәркәй ауылында урынлашҡан 4-се мәктәптә ошондай күренеш көттө.

-Коллективтың күбеһе “Башҡортостан”ды алдыра. Айырыуса үҙебеҙҙең район тураһында яҙылған мәҡәләләрҙе уҡыуы ҡыҙыҡлы. Артабан да гәзит сыҡһын, ә беҙ уны көтөп алырбыҙ, - ти уҡытыусылар.

Илештә байтаҡ ҡыҙыҡлы геройҙарҙы тап иттек. Йәш быуында илһөйәрлек рухын тәрбиәләүгә лә ҙур иғтибар бирелеүенә инандыҡ.

Улар тураһында мәҡәләләрҙе  гәзит биттәрендә һәм социаль селтәрҙә  уҡырһығыҙ.

Автор фотоһы.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас