Күптән түгел Ейәнсура районы Новониколаевка ауылы төп дөйөм белем биреү мәктәп-интернатында мөһим сараларҙың береһе – “Мәктәп инициативалы бюджетлау” программаһы менән танышыу һәм проекттарҙы яҡлау үтте.
Сарала уҡыусылар, мәктәп етәкселеге, уҡытыусылар ҡатнашты. VIII һәм IX класс уҡыусыларынан төҙөлгән биш төркөм мәктәп инфраструктураһын үҙгәртеү өсөн үҙ проекттарын тәҡдим итте. Улар төрлө саралар ойоштороу, сәләмәтлекте нығытыу, ял биләмәләре булдырыу менән бәйле ине һәм “Һан донъяһы”, “Воркаут майҙансығы – һаулыҡ биләмәһе”, “Мәктәп тирәһен йәмләндереү”, “Ял зонаһы”, “Музей эше” тип аталды.
Һәр инициатив төркөм үҙ проекты менән таныштырып, фәҡәт ошо проект иң отошлоһо икәнен иҫбатларға тырышты. Уҡыусылар эскиздар әҙерләгән, план, смета төҙөгән ине. Конкурс бик йәнле үтте. Сара аҙағында асыҡ тауыш биреү уҙғарылды. Һөҙөмтәлә, мәктәптең уҡыу-уҡытыу процесында мәғлүмәти мөхит булдырыу, уҡыусыларҙың мәғлүмәти-коммуникатив белемен арттырыу маҡсатына йүнәлтелгән “Һан донъяһы” проекты еңеү яуланы. Мәктәп коллективы был проекттың республика кимәлендәге конкурста ла еңеүенә ҙур ышаныста ҡала.
С.М. Ишемғолова, мәктәп директоры.
З.М. Һөйөндөкова, уҡытыусы.
Фото: Новониколаевка ауылы төп дөйөм белем биреү мәктәп-интернатынан.