Белем һәм тәрбиә
18 Февраль 2024, 05:30

Кушнаренко мәктәбе "Тәбиғәт фәндәре лабораторияһы" булдырырға әҙерләнә

Проектты конкурсҡа әҙерләгән уҡыусыларға тик уңыштар теләйбеҙ.

Кушнаренко мәктәбе "Тәбиғәт фәндәре лабораторияһы" булдырырға әҙерләнәКушнаренко мәктәбе "Тәбиғәт фәндәре лабораторияһы" булдырырға әҙерләнә
Кушнаренко мәктәбе "Тәбиғәт фәндәре лабораторияһы" булдырырға әҙерләнә

Хәҙерге ваҡытта мәктәптә яҡшы шарттар булдырырға мөмкинлектәр бихисап. Шуларҙың береһе - "Уҡыусылар инициативаһын бюджетлау" программаһы.

Кушнаренко 1- се урта дөйөм белем биреү мәктәбе "Тәбиғәт фәндәре лабораторияһы" булдырырға әҙерләнә.

Тәүҙә проект әҙерләү өсөн уҡыусыларҙан торған инициатив төркөмдәр булдырылды, һуңынан проекттар өсөн асыҡ һайлауҙар алып барылды. Күп тауыш менән "Тәбиғәт фәндәре лабораторияһы" проекты еңеп сыҡты. Хәҙер инде уҡыусылар документтарҙы әҙерләү буйынса эш алып баралар.

Проектты конкурсҡа әҙерләгән уҡыусыларға тик уңыштар теләйбеҙ.

Айгөл Мөхәмәтйәнова.

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас