Белем һәм тәрбиә
20 Февраль 2024, 12:25

Ҡайҙа уҡырға барырға? Бөгөн һорауҙарығыҙға яуап табырһығыҙ

Башҡортостанда ҡабул итеү кампанияһы-2024: тура эфирҙа брифинг.

Бер нисә айҙан илдә һуңғы ҡыңғырау яңғыраясаҡ. Имтихандар, юғары уҡыу йортон һайлау һәм уҡырға инеү - сығарылыш уҡыусылары, белгестәр һәм буласаҡ аспиранттар өсөн был ҡыҙыу осор.

2024 йылда Башҡортостанда ҡабул итеү кампанияһының үҙенсәлектәре ниндәй? Документтарҙы нисек дөрөҫ тапшырырға? Бюджет урындарына кем иҫәп тота ала?

Башҡортостан юлдаш телевидениеһы студияһында, телеканалдың социаль селтәрҙәрендә, Республикаға идара итеү үҙәгендә һәм Башҡортостан Хөкүмәтендә барлыҡ һорауҙарға республиканың Мәғариф һәм фән министрлығы һәм донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем биреү үҙәге вәкилдәре, шулай уҡ төбәк университеттары ректорҙары яуап бирә.

Бөгөн, 20 февралдә, 19:00 сәғәттә Башҡортостан юлдаш телевидениеһында тура эфирҙа ҡарағыҙ.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас