Вуз-ара студенттар кампусында урынлашҡан Өфө фән һәм технологиялар университетының Молекуляр биоинженерия лабораторияһы ғалимдары ҡиммәтле биологик актив матдәләр сығанағы булған сәс һымаҡ тамырҙар культураһын («hairyroots») булдырыу буйынса эштәр башҡара.
Вуз-ара студенттар кампусының тәүге өй туйлаусылары әүҙем тикшеренеү эштәренә тотондо ла инде. 2024 йылдың ғинуарында лабораторияла уникаль дарыу үҫемлеген культуралаштырыу буйынса тәжрибәләр башланған.
Лабораторияла тикшеренеү эштәрен биология фәндәре докторы, профессор Булат Ҡолоев етәкселегендә Өфө дәүләт авиация техник университетының Тәбиғәт һәм кеше институты аспиранты Ирина Рәхмәтуллина алып бара.
Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/23084/