Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты 2023 йылда Рәсәйҙең 100 иң яҡшы юғары уҡыу йорто исемлегенә инде. Биш йыл эсендә ул Милли агрегация рейтингында бишенсе лиганан беренсегә күтәрелде. Шулай уҡ былтыр юғары уҡыу йорто өсөнсө тиҫтәнән тәүге йөҙәү иҫәбенә күсте.
2023 йылда Рәсәйҙең бөтәһе 686 юғары уҡыу йорто 10 лигаға бүленде. М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты "Беренсе миссия" рейтингы, Хирш индексы, профессиональ-йәмәғәт һәм халыҡ-ара аккредитация процедураларында ҡатнашыу, "Халыҡ-ара танылыу яулау" рейтингы буйынса алдынғы урындарҙы биләй.
Был ваҡиға ҡабул итеү кампанияһы башланыр алдынан, күпселек абитуриенттар алдында һайлау мәсьәләһе торғанда айырым әһәмиәткә эйә. Аҡмулла университеты Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенә инә.
Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/23116/