Белем һәм тәрбиә
1 Март 2024, 18:15

Йәштәр, үҙ эшегеҙҙе асырға теләйһегеҙме?

Башҡортостан студенттары үҙ бизнесын асыу өсөн 1 миллион һум аҡса алыу мөмкинлегенә эйә. 

Йәштәр, үҙ эшегеҙҙе асырға теләйһегеҙме?Йәштәр, үҙ эшегеҙҙе асырға теләйһегеҙме?
Йәштәр, үҙ эшегеҙҙе асырға теләйһегеҙме?

“Студент стартапы” грант конкурсында ҡатнашыуға ғаризалар ҡабул ителә башланы. Был башланғыстың маҡсаты – Рәсәй вуздары студенттарының стартап-проекттарына грант ярҙамы күрһәтеү. Беҙҙең төбәктә ғаризаларҙы ҡабул итеү буйынса оператор булып Башҡортостан Республикаһында инновацияларға булышлыҡ итеү үҙәге сығыш яһай.

- Башҡортостан “Студент стартапы” программаһына ярашлы яуланған гранттар иҫәбе буйынса биш лидер-төбәк исемлегенә инә. Ике йылда – 2022 һәм 2023-тә республиканан 162 студент конкурс еңеүсеһе булған. Улар барыһы ла үҙ стартапын үҫтереүгә 1-әр миллион һум ярҙам булған. Быйыл да программа дауам итә. Бөтә илдән тағы 2 мең буласаҡ эшҡыуар үҙ бизнесын асырға финанс ярҙамы аласаҡ, - тип билдәләне Хөкүмәт вице-премьеры – БР сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев.

Проекттарҙы һайлап алыу ете тематик йүнәлеш буйынса үтә: һанлы технологиялар, медицина һәм сәләмәтлекте һаҡлау технологиялары, яңы материалдар һәм химия технологиялары, яңы ҡорамалдар һәм интеллектуаль технологиялар, биотехнологиялар, ресурстарҙы һаҡлау энергетикаһы, креатив индустриялар. Микроэлектроника, пилотһыҙ осоу аппараттары, станоктар эшләү, яһалма интеллект һәм һанлы технологиялар һ.б. өлкәләр буйынса проекттарға өҫтөнлөк биреләсәк.

Ғаризаларҙы 2024 йылдың 15 апреленә тиклем бирергә мөмкин.

Үҙегеҙҙе ҡыҙыҡһынған һорауҙар менән Башҡортостан Республикаһында инновацияларға булышлыҡ итеү үҙәгенә мөрәжәғәт итергә. Телефон: 8 (347) 213-10-62, офистың адресы: Өфө ҡалаһы, Тыныслыҡ урамы, 14, 10-сы ҡат, “Б” блогы.

Фото һәм сығанаҡ: pravitelstvorb.ru

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас