Белем һәм тәрбиә
7 Март 2024, 18:10

Бөтә донъя йәштәр фестивале-2024 аҙағына яҡынлаша

Фестивалдә ҡунаҡтар киберспорт турнирында футбол буйынса ярышты, оҫталыҡ дәресе алды, башҡорт бейеүҙәре, милли биҙәүестәр,  балауыҙҙан шәмдәр эшләргә өйрәнде.

Бөтә донъя йәштәр фестивале-2024 аҙағына яҡынлашаБөтә донъя йәштәр фестивале-2024 аҙағына яҡынлаша
Бөтә донъя йәштәр фестивале-2024 аҙағына яҡынлаша

Бөтә донъя йәштәр фестивале-2024 аҙағына яҡынлаша

Йәштәр слеты аҙналығы аҙағына яҡынлаша. 5 мартта “Сириус” Бөтә донъя йәштәр фестивалендә Башҡортостан стендын тантаналы яптылар.

Унда беҙҙең БР халыҡ инструменттары милли оркестры солисы, ҡурайсы Арыҫлан Оморҙаҡов, “Хазина” этно-проект һәм Ф. Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле артистары, Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы Илдар Абдуллин, 1-се каналдағы “Голос” шоуы финалсыһы Гөлнара Байғужина һ.б. ҡатнашты.

Башҡортостан стендында милли киберфизика платформаһы – “Берлога” - күрһәтелде. Фестивалдә ҡунаҡтар киберспорт турнирында футбол буйынса ярышты, оҫталыҡ дәресе алды, башҡорт бейеүҙәре, милли биҙәүестәр,  балауыҙҙан шәмдәр эшләргә өйрәнде. Үҙ сиратында ҡунаҡтар башҡорт туңдырмаһы, сәк-сәк менән һыйланды.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: Бөтә донъя йәштәр фестивале Рәсәй Президенты күрһәтмәһенә ярашлы 1 - 7 мартта Краснодар крайындағы “Сириус” федераль биләмәһендә ойошторола.

Мәғлүмәт һәм фото:  https://t.me/rb_russia/14736

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас