Белем һәм тәрбиә
9 Март 2024, 06:00

Ҡатын-ҡыҙ бәхетен тойоп йәшәйем

Эшемдән дә уңдым. Шул тиклем балаларҙы яратып, бөтә күңелемде биреп эшләйем, – былар хаҡында һөйләгәндә Светлана Фәйзрахманованың йөҙөндә ҡәнәғәт йылмайыу сағыла. 

Ҡатын-ҡыҙ бәхетен тойоп йәшәйемҠатын-ҡыҙ бәхетен тойоп йәшәйем
Ҡатын-ҡыҙ бәхетен тойоп йәшәйем

Мөләйем йөҙлө уҡытыусы менән Үрге Йәркәй ауылының 1-се гимназияһында таныштыҡ. Ул шайморатовсылар класының класс етәксеһе, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Светлана Фәйзрахманова булып сыҡты. Ихлас, алсаҡ кешене балалар ҙа үҙ итеп тора. Һүҙ үҙенән-үҙе уның хеҙмәт юлдарына барып тоташты.

Әле уҡытҡан 1-се гимназияны тамамлай ул. Уҡытыусы булып китеүенә класс етәксеһе Ғәлимә Мансур ҡыҙы йоғонто яһай.

–Класыбыҙҙа 36 уҡыусы ине. Класты икегә бүлде лә, һин - уҡытыусылыҡҡа, һин медицинаға бар, тип һәр беребеҙгә әйтеп сыҡты. Ысынлап, күптәребеҙ уның кәңәшен тотто. Бик һирәктәр генә башҡа һөнәр һайланы. Уҡытыусым аҙаҡтан да кәңәштәре менән ярҙам итте. Мәктәптән һуң педагогия училищеһын тамамлап, уҡытып йөрөгәнемдә ул миңә юғары белем алырға кәрәклеген әйтте, педагогия университетына барырға кәңәш итте. Ул ваҡытта тормошҡа сығып, ҡыҙым тыуғайны, ҡыйыулығымды йыйып, ситтән тороп уҡырға индем, – тип һөйләп алып китте Светлана Хәниф ҡыҙы.

Өлгө алыр уҡытыусылары ошо һөнәргә һөйөү уятмай ҡалмағандыр. Шулай ҙа  ҡыҙыҡһыныуы беренсе класта уҡығанда уҡ тойола. Мәктәпкә төшкәс, һәр өйрәнеп ҡайтҡан хәрефен ҡайтып бәләкәй ҡустыһына ла өйрәтә бара. Шулай итеп туғаны дүрт йәшендә хәрефтәрҙе таный башлай, уҡырға өйрәнә, алты йәш тулыр-тулмаҫ мәктәпкә бара.

–Атайым яғынан да, әсәйем яғынан да нәҫелебеҙҙә мәктәп директорҙары ла, ябай уҡытыусылар ҙа бар. Беҙҙең нәҫел өсөн был һөнәр ят түгел, – ти Светлана Хәниф ҡыҙы.

Хеҙмәт юлын башлауына 30 йылдан ашыу ваҡыт үткән, уның күпселеге ошо гимназия менән бәйле. Был йылдар эсендә күпме балаларға белем биргән, күңелдәренә юл ярған. Талапсанлыҡ та, бер үк ваҡытта ихлас булыу ҙа кәрәк уҡыусы йөрәгенә юл табыу өсөн, тигән фекерҙә әңгәмәсем. Былтырғы уҡыу йылында шайморатовсылар класын етәкләргә тигән тәҡдимде лә ул шатланып ҡабул итә. Уҡыу йылы башланмаҫ элек ул, улар менән төрлө экскурсияларға сығып, уҡыусылар, ата-әсәләр менән уртаҡ тел таба. Шуға яңы уҡыу йылын башлап китеүе лә ауыр булмай.

–26 уҡыусым бар. Барыһы ла һәләтле, кемдер музыкаға, кемдер һүрәт төшөрөүгә оҫта, кемдер спортта шәп. Уҡыуҙа ла алдынғы булырға тырышабыҙ, төрлө сараларҙа ла әүҙембеҙ, экскурсияларға йөрөргә лә өлгөрәбеҙ. Уҡытыусы талапсан да булырға, кәрәк сағында шаяртып та алырға тейеш. Шул ваҡытта балалар ҙа асыла, улар ихласлыҡты тоя. Экскурсияларға, юлда йөрөгән саҡта бер-береңде дуҫтар һымаҡ ҡабул итәһең, – ти ул.

Мәктәпте тамамлап сығып киткән уҡыусылары менән дә бәйләнеш өҙөлмәй – мәктәпкә лә, өйөнә лә килеп хәлен белешеп торалар. Үткән йылда булған бер ваҡиғаны әңгәмәсем йылы итеп иҫкә төшөрҙө.

-Үткән сығарылыш класымда 15 уҡыусымдың 13-ө медицина университеттарына уҡырға инде. Былтыр йәй ауырып дауаханаға эләккәндә, шул уҡыусыларым күбеһе дауаханала практика үтеп йөрөй ине. Көн һайын килеп хәлемде беләләр, һаулығымды тикшерәләр, 10 көн буйы эргәмдән дә китмәнеләр. Шундай иғтибарға  бик ныҡ  күңелем булды,  – тине рәхмәтле уҡытыусы.

Ҡасандыр үҙҙәрен уҡытҡан уҡыусылары хәҙер балаларын уҡытырға алып килә. Башҡорт теленә ҡыҙыҡһыныу уята белеүе менән дә йәш быуындың күңеленә юл тапҡан.

-Бәләкәстәр араһында “Миңә башҡорт телен өйрәнергә кәрәк, сөнки үҫкәс мин телевидениеға башҡортса интервью бирәсәкмен” тиеүселәргә нисек һөйөнмәйһең? Был йәһәттән атай-әсәйҙәр ҙә балаларының теләген хуплап тора. Туған телде белеп үҫеүҙә матбуғат баҫмаларына яҙылыуҙың да роле ҙур. Класс менән “Аманат”ҡа, “Аҡбуҙат”ҡа, “Йәншишмә”гә яҙылдыҡ.  Балалар үҙҙәре лә мәҡәлә яҙып ебәрә. Ошолай яйлап телгә ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләнә инде, - тине Светлана Хәниф ҡыҙы.

Әйткәндәй, әңгәмәсе үҙе лә матбуғат баҫмаларының тоғро дуҫы. Ярты йыл һайын биш мең һумлыҡ итеп гәзит-журналдарға яҙылып ҡуя. “Башҡортостан” гәзитен дә хәҙер 10 йылдан ашыу алдыра. Гәзит кенә түгел, китап уҡырға ла ярата. Ошо рәүешле уҡыусыларына өлгө күрһәтә.

Балаларҙың башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса уҙғарылған конкурстарҙа, олимпиадаларҙа призлы урындар яулауы ла хеҙмәтенең һөҙөмтәһе. “Рәсәйҙең белем биреү өлкәһендә маҡтаулы хеҙмәткәре” исеме, Башҡортостандың Мәғариф министрлығының почет грамоталары – уның хеҙмәтен ҙурлаған наградалары.

Уҡытыусы ғаиләһе, балалары менән дә бәхетле. Үкенескә ҡаршы, тормош иптәше генә был донъянан бик иртә китеп барған. Өлкән ҡыҙы Ирина юрист һөнәренә уҡып, бөгөнгө көндә үҙаллы тормошта, ул һәм ҡыҙ үҫтерә.

Кесеһе Данияр гимназияла 4-се класта белем ала. Ҡыҙы менән улы араһында - 20 йыл айырма, көттөрөп кенә донъя килгән улы бөгөн йәшәүенең йәме.

-Училищены тамамлағас, ауылдаш егеткә тормошҡа сыҡтым. Ирем һәр ваҡыт миңә терәк-таяныс булды. Юғары уҡыу йортонда уҡыу ниәтемде лә хупланы, уҡыусылар менән төрлө конкурстарға бер нисә көнгә юлланғанда ла донъяны, балаларҙы ҡарап ҡалды. Улын сентябрҙә 1-се класҡа алып барҙы, октябрҙә был донъянан китеп барҙы. Ҡатын-ҡыҙ бәхетен тойоп йәшәнем. Эшемдән дә уңдым. Шул тиклем балаларҙы яратып, бөтә күңелемде биреп эшләйем. Әле үҙемдең улым да, уҡытыусы булаһым килә, ошо һөнәр оҡшай, ти – былар хаҡта һөйләгәндә Светлана Фәйзрахманованың йөҙөндә ҡәнәғәт йылмайыу сағылып китә.

Ваҡыт күрһәтер. Бәлки улы ла киләсәктә әсәһе һымаҡ һәләтле уҡытыусы булып китер...

 Фото: Светлана Фәйзрахманова архивынан.

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас