Белем һәм тәрбиә
9 Март 2024, 18:20

Бөрө ҡыҙы Бөтә донъя йәштәр фестивалендә ҡатнашты

- Миңә кешеләр менән аралашыу, улар йәшәгән төбәктең үҙенсәлектәрен белеү мөһим. Был сарала мин беҙҙең ил генә түгел, сит ил йәштәре менән дә таныштым. Тәүгә улар менән аралашып, үҙемдең инглиз телендә аңлауымды, хатта һөйләшә алырлыҡ белемем барлығын асыҡланым, - ти ҡыҙ.

Бөрө ҡыҙы Бөтә донъя йәштәр фестивалендә ҡатнаштыБөрө ҡыҙы Бөтә донъя йәштәр фестивалендә ҡатнашты
Бөрө ҡыҙы Бөтә донъя йәштәр фестивалендә ҡатнашты

Сочилағы “Сириус” федераль биләмәһендә үткән Бөтә донъя йәштәр фестивалендә башҡорт делегацияһы менән Өфө фән һәм технологиялар университеты Бөрө филиалының филология һәм мәҙәниәт-ара коммуникациялар факультеты студенты Ольга Зәйнетдинова ла ҡатнашты. Ҡыҙ сарала куратор булараҡ эшләне. Ольгаға 20 йәш. Ул уҡытыусы булырға әҙерләнә.

- Миңә кешеләр менән аралашыу, улар йәшәгән төбәктең үҙенсәлектәрен белеү мөһим. Был сарала мин беҙҙең ил генә түгел, сит ил йәштәре менән дә таныштым. Тәүгә улар менән аралашып, үҙемдең инглиз телендә аңлауымды, хатта һөйләшә алырлыҡ белемем барлығын асыҡланым, - ти ҡыҙ.

Рәсәйҙең “Белем” йәмғиәте фестивалдә билдәле шәхестәр менән осрашыуҙар ойошторҙо.

- Яратҡан яҙыусым Олег Рой, стендап-комик Стас Старовойтов, актер Евгений Миронов, шулай уҡ Ханты- Манси автономлы округы – Югра губернаторы Наталья Комарова менән осрашыуҙа булдым, - тип дауам итә ҡыҙ. – Иң ҡыҙыҡлы спикер минең өсөн Сергей Безруков булды.

Тағы ла ҡыҙҙы Борис Эйфмандың балеты тәьҫирләндергән, Кавказ заповеднигына сәйәхәт, икһеҙ-икһеҙ диңгеҙ ныҡ оҡшаған. Ғөмүмән, ҡыҙ бындай ҙур сараға эләгеүенә бик шат.

- Беҙҙең илдә Бөтә донъя йәштәре фестивале 1957, 1985, 2017 йылдарҙа уҙғарылған, - тип һөйләй Ольга. – Терәк-таяныс булған атай-әсәйемә, яҡындарыма, һәр яҡлап дәртләндереп торған остазым Әминә Абдуллинаға рәхмәтлемен. Үҙ мөмкинлектәреңә ышаныу, мәҙәниәтеңде яратыу, уны ситтән килгәндәргә һөйләү һәм башҡа халыҡтарға ихтирам менән ҡарау мөһим. Бөтә көс – берҙәмлектә һәм уртаҡ тел таба белеүҙә.

Сочила үткән ҙур йыйында 20 меңгә яҡын Рәсәй һәм сит ил кешеһе ҡатнашҡан – улар бизнес, медиа, халыҡ-ара хеҙмәттәшлек, мәҙәниәт, фән, белем, ирекмәнлек һәм мәрхәмәтлек һәм башҡа өлкә лидерҙары. Башҡортостандан 179 йәш кеше ҡатнашһа, шуларҙың бишәүһе – Бөрө районынан.

Фото: Ольга Зәйнетдинованың ғаилә архивынан.

Мәғлүмәт сығанағы: https://birskpress.ru/news/kultura/2024-03-08/studentka-iz-birska-posetila-vsemirnyy-festival-molodezhi-3674139

 

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас