Өфө тимер юлы вокзалында Бөтә донъя йәштәр фестивале-2024-тә ҡатнашыусылар менән осрашыу булды.
Фестиваль “Сириус” федераль биләмәһендә 1 марттан 7-һенә тиклем барҙы. Ул йәштәрҙең халыҡ-ара хеҙмәттәшлеге өлкәһендә ҙур ваҡиға. Фестивалгә Башҡортостандан 14 йәштән 35-кә тиклемге иң алдынғы йәштәр, шулай уҡ 65 ирекмән барҙы.
- Фестиваль тамамланды, ул Башҡортостан, Рәсәй төбәктәре һәм башҡа сит илдәр йәштәре өсөн яңы мөмкинлектәр асты, моғайын, был һәр ҡатнашыусыға, ирекмәнгә киләсәктә ярҙам итер. Яңы танышлыҡтар, асыҡ диалог һәм аралашыу – былар йәштәрҙең халыҡ-ара хеҙмәттәшлегенә яҡшы импульс буласаҡ, - тине Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Вито Сабиров.
Фестиваль Рәсәй Президенты Владимир Путин инициативаһы менән ойошторолған, ул “Сириус” федераль биләмәһендә үтте. Унда 180 илдән – Европа, Америка, Африка, Яҡын Көнсығыш, Азия һәм Океаниянан – 20 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан.
Фото һәм мәғлүмәт: https://pravitelstvorb.ru/news/23258/