Белем һәм тәрбиә
14 Март 2024, 14:10

Хәрби тарихты белергә тейешбеҙ!

Тарих та, батырҙар ҙа онотолмай.

Хәрби тарихты белергә тейешбеҙ!Хәрби тарихты белергә тейешбеҙ!
Хәрби тарихты белергә тейешбеҙ!

Бөгөн Өфөнөң Фән һәм технологиялар университетында Мәскәүҙә уҙғарылған Рәсәйҙең  Хәрби-тарихи йәмғиәтенең съезына, унда ҡаралған мәсьәләләргә, ҡарарҙарға ҡағылышлы матбуғат конференцияһы булып үтте. Әлеге ойошманың республика буйынса бүлексәһе рәйесе Рәмил Рәхимов журналистарҙың, студенттарҙың һорауҙарына яуап бирҙе.

Рәсәйҙә хәрби-тарихи йәмғиәт ойошторолоу менән Башҡортостанда уның төбәк бүлексәһе лә барлыҡҡа килә. Бөгөнгө көндә уның сафында республикабыҙың төрлө район һәм ҡалаларынан 162 кеше бар. Улар араһында студенттарҙы ла, оло быуын кешеләрен дә күрергә мөмкин. 

- Беҙ төрлө йүнәлештә эш алып барабыҙ. Һәйкәлдәр төҙөүҙе иғтибар үҙәгендә тотабыҙ. Был йәһәттән һөҙөмтәләребеҙ ҙә бар. Эшебеҙҙең тағы ла бер йүнәлеше – Советтар Союзы Геройҙары, Рәсәй Геройҙары уҡыған мәктәптәрҙең биналары һаҡланып ҡалған булһа, уларға мемориаль таҡтаташтар ҡуйыу. Бөгөнгө көндә республика буйынса бер меңләп ошондай таҡтаташ асылды, - тип һөйләне ойошманың эше хаҡында.

Төрлө фәнни тикшеренеүҙәр уҙғарыу ҙа киң йүнәлеш алған. Рәмил Рәхимовтың был йәһәттән үҙенең китаптары ла донъя күргән. Патриотлыҡ тойғоһон йәш быуынға һалыу тураһында ла хәстәрлек күрелә. Ошо маҡсатта мәктәптәр менән бәйләнеш булдырылған. Балалар менән осрашыуҙар ҙа даими саралар рәтендә.

Рәмил Нәсибулла улы съезда булған яңылыҡтар менән дә таныштырҙы. Ойошма ағзаларына иғәнәләрҙең хәҙер 50 процентҡа кәметелеү хәбәрен еткерҙе, бындай ташлама пенсионерҙарға, инвалидтарға, студенттарға, уҡытыусыларға һәм ғалимдарға ҡағылыуы тураһында әйтеп үтте. Ҡыҙыҡһыныусылар үҙҙәренең һорауҙарын биреп тулы яуаптар алды.

Алға ҡуйылған ниәттер ҙә аҙ түгел. Махсус хәрби операция музейын булдырыу ҙа ҙур маҡсаттарҙың береһе, был йәһәттән материалдар туплана башлаған да инде.

Автор фотолары.  

 

Хәрби тарихты белергә тейешбеҙ!
Хәрби тарихты белергә тейешбеҙ!
Хәрби тарихты белергә тейешбеҙ!
Хәрби тарихты белергә тейешбеҙ!
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас