1 мартта Башҡортостан Республикаһының, сираттағы фән һәм техника өлкәһендәге Дәүләт премияһына конкурс иғлан ителде.
Конкурста университет һәм фәнни ойошмаларҙың ғилми һәм ғилми-педагогик хеҙмәткәрҙәре, шулай уҡ төрлө иҡтисад тармағындағы белгестәр (коллектив авторҙар) ҡатнаша ала. Шул иғтибарға лайыҡ: премия ғилми тикшеренеүҙәр һәм эшләнмәләр һөҙөмтәләре буйынса тапшырыла. Ул тәбиғи, техник, гуманитар һәм йәмәғәт фәндәре үҫешенә йоғонто яһарға, шул уҡ ваҡытта йәмәғәтселектә киң танылыу яуларға тейеш.
Конкурста ҡатнашырға теләгәндәр Башҡортостан Башлығы рәсми сайтының "Комиссия при Главе РБ по государственным премиям в области науки и техники" тигән бүлегендә таныша ала.
Фото: uust.ugatu.su