Белем һәм тәрбиә
26 Март 2024, 17:20

Бөтә Рәсәй “Ҙур саҡырыуҙар” фәнни-технологик проекттар конкурсының төбәк этабы үтте

“Ҙур саҡырыуҙар” - Рәсәйҙең төп фәнни-технологик проекты. Ул уҡыусыларға остаздары етәкселегендә үҙ проекттарын эшләргә форсат бирә.

Бөтә Рәсәй “Ҙур саҡырыуҙар” фәнни-технологик проекттар конкурсының төбәк этабы үттеБөтә Рәсәй “Ҙур саҡырыуҙар” фәнни-технологик проекттар конкурсының төбәк этабы үтте
Бөтә Рәсәй “Ҙур саҡырыуҙар” фәнни-технологик проекттар конкурсының төбәк этабы үтте

Бөтә Рәсәй “Ҙур саҡырыуҙар” фәнни-технологик проекттар конкурсының төбәк этабы үтте

Башҡортостан Республикаһының “Аврора” балаларҙың һәм йәштәрҙең һәләттәрен асыу, ярҙам итеү һәм үҫтереү төбәк үҙәгендә Бөтә Рәсәй “Ҙур саҡырыуҙар” фәнни- технологик проекттар конкурсының төбәк этабы булып үтте.

- Проекттар конкурсында республиканың төрлө мөйөштәренән 100-ҙән ашыу уҡыусы ҡатнашты. Улар тарафынан 13 төрлө йүнәлеш буйынса ҡыҙыҡлы тикшеренеүҙәр тәҡдим ителде. Һәр тема ҡатнашыусыларҙың ҡыҙыҡһыныуҙарын һәм талантын ғына түгел, ә замандың актуаль проблемаларын сағылдырҙы, - тип һөйләне Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлитбирҙин.

Был йүнәлештәр араһында “Агросәнәғәт һәм биотехнологиялар”, “Когнитив тикшеренеүҙәр”, “Генетика һәм биомедицина”, “Экология һәм климаттың үҙгәреүен өйрәнеү”, “Заманса энергетика”, “Алдынғы производство технологиялары”, “Аҡыллы ҡала”, “Пилотһыҙ транспорт һәм логистик системалар”, “Яһалма инлеллект, финанс технологиялары һәм машинаға өйрәтеү”, “Космик технологиялар”, “Тәбиғигә оҡшаш һәм нейротехнологиялар”, “Яңы материалдар”, “Арктиканы һәм донъя океанын үҙләштереү” тигән темалар булды.

2024 йылдың 1 апрелендә 10 апрелдән 15 майға тиклем уҙасаҡ йомғаҡлау турының ҡатнашыусылары асыҡланасаҡ.

Белешмә: “Ҙур саҡырыуҙар” - Рәсәйҙең төп фәнни-технологик проекты. Ул уҡыусыларға остаздары етәкселегендә үҙ проекттарын эшләргә форсат бирә. Конкурста 7 - 11-се класс уҡыусылары һәм Рәсәй субъекттарынан, шулай уҡ СНГ илдәренән 1-2-се курста уҡыған колледж һәм техникум студенттары ҡатнаша ала.

Мәғлүмәт һәм фото: https://pravitelstvorb.ru/news/23391/

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас