Өфө дәүләт нефть техник университетында 8-11-се класс уҡыусылары өсөн "Яңы материалдар" профиле буйынса Милли технологик олимпиаданың финалы асылды.
Олимпиадаға ҡатнашыусылар бөтә илдән йыйылды: Кемерово, Төмән, Ленинград, Силәбе, Новосибирск, Рязань өлкәләренән, Сыуаш Республикаһынан, Ставрополь крайынан, Санкт-Петербургтан һәм Һамарҙан.
Һәр төбәктән ҡатнашыусылар бар. Башҡортостан Республикаһы вәкиле - Екатерина Будаева, Благовещен ҡалаһының А.Я. Першин исемендәге 4-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе уҡыусыһы.
"Яңы материалдар" профиле буйынса милли технологик олимпиаданың финалы Өфө дәүләт нефть техник университетында ойошторолдо. Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы һәм "Аврора" таланттарҙы үҫтереү үҙәге был сараның партнерҙары булып тора.
Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/23400/