Бөтә яңылыҡтар

Өфө фән һәм технологиялар университетында "Гараж" инженер үҙәге асылды

Студенттар үҙәге "Киләсәк моторы" алдынғы инженерҙар мәктәбе структураһына инде.

Өфө фән һәм технологиялар университетында "Гараж" инженер үҙәге асылды
Өфө фән һәм технологиялар университетында "Гараж" инженер үҙәге асылды

Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығының матбуғат хеҙмәтендә Башҡортостан вузындағы ҡыҙыҡлы яңылыҡ тураһында һөйләнеләр.

“Гараж” инженер үҙәгендә студенттар булған ҡулайламаларҙан һәм деталдәрҙән яңы приборҙар эшләй ала.

Университеттағы “Гараж” иртәндән кискә тиклем эшләй. Бында студенттар микроконтролерҙар программалайҙар, электр машиналары һәм 3D моделдәр төҙөй.

Яңыраҡ үҙәктә беренсе курс студенттары өсөн проект аҙналығы үтте, бында уҡыусылар, командаларға бүленеп, электр самокаттары өсөн сымһыҙ зарядка ҡулайламаһы, электр двигателенең прототибын һәм башҡа ҡулайламалар эшләнеләр.

“Киләсәк моторы” алдынғы инженерҙар мәктәбе директоры Вячеслав Вавилов билдәләүенсә, проект аҙналығында студенттар яңы белемде үҙаллы үҙләштерҙеләр.

Мәғлүмәт һәм фото: https://resbash.ru/news/obrazovanie/2024-03-29/v-ufimskom-universitete-nauki-i-tehnologiy-otkrylsya-inzhenernyy-tsentr-garazh-3706391

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: