Бөтә яңылыҡтар

Балаларҙы роботтар уҡытырмы?

Берәүҙәр робот үткәргән дәрестәр ҡыҙыҡлыраҡ буласаҡ, тигән фекерҙә, икенселәр "тимер кеше" ысын уҡытыусыны алмаштыра алмай, тип һанай. 

Балаларҙы роботтар уҡытырмы?
Балаларҙы роботтар уҡытырмы?

Күптән түгел интернет селтәрендә Һиндостандағы бер мәктәптә Ирис исемле робот-уҡытыусы барлыҡҡа килеүе тураһында яңылыҡ булды. Ул – был илдәге тәүге яһалма интеллектлы педагог. Ирис лекциялар уҡый, уҡыусыларҙың үтә ҡатмарлы булмаған һорауҙарына яуап бирә, һәр береһен “танып”, исемләп өндәшә. Шул уҡ ваҡытта робот-уҡытыусы тигән төшөнсә донъяның башҡа илдәре, шул иҫәптән Рәсәй өсөн дә яңылыҡ түгел. Бөгөн бөтә донъяла уҡытыусының бурыстарын башҡарған 4900-гә яҡын робот иҫәпләнә, уларҙың 326-һы Рәсәйҙә “эшләй”, тигән мәғлүмәт биргән “Промобот” компанияһы “Газета.Ru”ға.

Сари кейгән робот

Һиндостандағы робот-уҡытыусының үҙенсәлеге – уның тышҡы йөҙ-ҡиәфәтенең урындағы халыҡ традицияларына яҡын итеп эшләнеүендә. Ул һинд ҡыҙҙарына оҡшаған, өҫтөнә сари кейгән. Башланғысты тормошҡа ашырыусылар Иристы булдырыуҙың маҡсатын ысын уҡытыусыларҙы роботҡа алмаштырыу түгел, ә бары тик белем биреү процесын ҡыҙыҡлыраҡ итергә теләү менән аңлата. Тәгәрмәстәр ярҙамында кластан класҡа йөрөгән, ҡулы менән әйберҙәрҙе тотоп күрһәтә белгән, башҡа төрлө командаларҙы аҡыллы үтәгән робот уҡытыусы урындағы балаларҙа, ысынлап та, ҙур ҡыҙыҡһыныу һәм һоҡланыу уята.

Рәсәйҙә хәлдәр нисек?

Бөгөн Рәсәй мәктәптәрендә, өҫтәмә белем биреү үҙәктәрендә, урта һөнәри һәм юғары уҡыу йорттарында интерактив дәрестәр үткәреү, аралашыу маҡсатында роботтар әүҙем ҡулланыла. Әйтергә кәрәк, уларҙың һаны йылдан-йыл арта бара. Күҙаллауҙарға ярашлы, киләсәктә робот-уҡытыусылар етештереү йылына яҡынса 25 процентҡа арта барасаҡ. Рәсәйҙең мәғариф усаҡтарындағы “тимер кешеләр” лекциялар уҡый, логик фекерләүгә ҡоролған мәсьәләләр бирә, йомаҡтар ҡоя, имтихан ала белә. “Йәмғиәттә яһалма интеллектҡа һәм машиналарға ҡарата хәүеф ҙур. Яңы технологияларҙан ҡурҡырға ярамай. Киләсәк белгестәре роботтар менән бергә эшләй белергә тейеш, сөнки шулай тиҙерәк һәм һөҙөмтәлерәк”, – ти был тармаҡ белгестәре. Шулай ҙа улар мәғариф системаһында роботтарҙың ярҙамсы ролде генә үтәй алыуын инҡар итмәй.
РФ Дәүләт Думаһы депутаттары ла “робот уҡытыусыны алмаштыра алмай”, тигән фекерҙә. “Уҡытыусы – ул айырым һөнәри статус. Ә робот мәктәптә уҡыу ҡулланмаһы, уҡыусылар тарафынан өйрәнелергә тейешле материал була ала, әммә бер нисек тә уҡытыусы түгел”, – ти Думаның мәғлүмәти сәйәсәт, мәғлүмәти технологиялар һәм элемтә буйынса комитеты ағзаһы Антон Горелкин.

БЕЛГЕС ФЕКЕРЕ

Ғәлиә СӘЛИХОВА, юғары категориялы психолог:

– Заманса технологияларҙың тормошобоҙға йылдан-йыл инә барыуына өйрәнеп тә бөттөк. Хәҙерге ваҡытта бәләкәй генә балаларҙан алып өлкән йәштәге инәй-олатайҙарға тиклем, ҡулына смартфон тотоп, уның менән оҫта идара итеүенә беребеҙ ҙә аптырамайбыҙ. Күпселек тармаҡтарҙа хеҙмәткәрҙәрҙе роботтар, яһалма интеллект алмаштыра башланы. Уҡытыусы һөнәренә ҡағылышлы яңылыҡтар ҙа әленән-әле ишетелеп тора, киләсәктә уҡытыусыны роботтар алмаштырасаҡ, тигән фараздар ҙа яңғырай.
Был өлкәлә эшләгән һәм тикшеренеүҙәр алып барған белгестәр уҡытыусыларҙы роботтарға алмаштырыуҙың ыңғай яҡтарын һыҙыҡ өҫтөнә ала: роботтар арымай, бер үк материалды ҡабатлауҙан ялҡмай, уҡыусыларҙың яуабын объектив баһалай һ.б.. Шулай уҡ уҡыусыларға ҡарата уҡыу материалын үҙләштереүҙә шәхсән мөнәсәбәт булдыра ала, был үҙ сиратында уҡыусыға бөтә класс, йәғни коллектив темпында түгел, ә үҙ яйына уҡырға һәм уҡыу программаһын үҙ тиҙлегендә үҙләштерергә мөмкинлек бирә. Әммә, ниндәй генә ыңғай яҡтары булмаһын, робот кешене, йәнле һөйләшеүҙе, эмпатияны алмаштыра алмай. Ул уҡыусыларға үрнәк тә була алмай, уларҙы уңыштарға, яңы маҡсаттарға әйҙәп, еңеүҙәренә ҡуша ҡыуанып, уңышһыҙлыҡ осрағында, кәрәкле һүҙҙәр табып, йыуата ла белмәй. Шулай уҡ тәрбиәүи яҡты ла күҙ уңынан ысҡындырырға ярамай: йәш быуынды яҡшыны ямандан айырырға өйрәтеү, изгелек, дуҫлыҡ, яуаплылыҡ, бер-береңә ярҙам итеү кеүек төшөнсәләрҙе һүҙ менән генә түгел, эш менән дә күрһәтеү, тыуған ереңә, илеңә, халҡыңа ҡарата һөйөү уятыу өсөн Кеше һәм уның башҡалар алдында тотҡан абруйы кәрәк. Бөйөк рус педагогы К.Д. Ушинский һүҙҙәре менән әйткәндә: “Шәхесте тик шәхес кенә тәрбиәләй ала”.


АТА-ӘСӘ ФЕКЕРЕ

Марат АБЗАЛОВ, ике бала атаһы, һөнәре буйынса – программалаусы:

– Ошоғаса төрлө күргәҙмәләрҙә осратҡан роботтарҙың кимәле ғәжәпләндерә, һоҡландыра тип әйтһәм, арттырыу булмаҫ, әммә улар уҡыу процесын алып барыуға әлегә әҙер түгел, минеңсә. Уларҙы уҡытыусыға ярҙамсы ролендә ҡулланыу дөрөҫөрәк булыр ине. Әлбиттә, технологиялар үҫешә, яһалма интеллектты өйрәнеү өлкәһен тикшереү дауам итә һәм киләсәктә тағы ла аҡыллыраҡ роботтар барлыҡҡа киләсәк. Әммә был тармаҡ ҙур сығымдар талап итә, шуға күрә яҡын арала ғына балаларым уҡыған йәки башҡа эргәләге мәктәптәрҙә робот-уҡытыусылар барлыҡҡа килер, тип уйламайым.
Атай булараҡ, ҡыҙҙарымды робот уҡытыуын теләр инемме, тигән һорауға килгәндә, бер төрлө генә яуап бирә алмайым. Иң уйландырғаны – тимер ҡорамал баланың күңел торошон аңлай, ауыр хәлдә терәк була, ярҙам итә алмай. Шулай уҡ бөгөнгө ҡатмарлы заманда ниндәйҙер ҡорамалдың бала тураһында тулы мәғлүмәт базаһына эйә булыуы ла хәүефләндермәй ҡалмай. Был мәғлүмәттәрҙең ныҡлы һаҡланыуын, шикле каналдарға барып эләкмәүен тәьмин итеү мәсьәләһе лә ҡалҡасаҡ.

Йәштәр нимә ти?

Әлфиә НИЗАМОВА, Рәсәй Халыҡтар дуҫлығы университеты студенты:

– Уҡытыусы уҡыусының тормошонда бик ҙур роль уйнай, ул белем биреп кенә ҡалмай, социаль һәм эмоциональ йәһәттән дә тәрбиәләй, үҫтерә. Шуға күрә, минеңсә, робот уҡытыусыны бер нисек тә тулыһынса алмаштыра алмай. Әммә заман яңылығынан баш тартырға ла ярамай, уларҙы төрлө йәһәттән файҙалы итеп ҡулланырға мөмкин. Мәҫәлән, роботтар дәресте ҡыҙыҡлыраҡ итеү өсөн өҫтәмә материалдар менән тәьмин итә, уҡыу программаһын һәр уҡыусыға ҡарата ҡулайлаштыра, интерактив күнегеүҙәр бирә ала. Шулай уҡ роботтарҙы айырым һәләттәргә эйә балалар менән шөғөлләнеү өсөн ҡулланыу отошло, тип уйлайым. Шул уҡ робот техникаһы йәки программалау йүнәлештәрендә улар менән эшләү мауыҡтырғыс та, файҙалы ла буласаҡ. Был башланғыстың тағы ла бер шәп яғы: роботтарға бер ҡалыпҡа һалынған эштәрҙе ҡушырға мөмкин, мәҫәлән, улар башҡарылған эштәрҙе тикшерә, уҡыусыларҙың йәки студенттарҙың өлгәшенә ҡағылышлы мәғлүмәтте туплай, башҡа төрлө административ йомощтарҙы үтәй ала. Был үҙ сиратында уҡытыусыларға үҙ эшмәкәрлеген ижади юҫыҡта ҡорорға булышлыҡ итәсәк.

Фотолар: “Промобот” компанияһы сайтынан һәм www.drishtiias.com

Балаларҙы роботтар уҡытырмы?
Балаларҙы роботтар уҡытырмы?
Балаларҙы роботтар уҡытырмы?
Балаларҙы роботтар уҡытырмы?
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: