Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
3 Апрель , 21:10

“Ҡанатлан!” яңы ҡарарҙар тәҡдим итә

Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин социаль селтәрҙә Өфөлә үткән “Ҡанатлан!” мәғариф форумы тураһында фекере менән уртаҡлашты. 

“Ҡанатлан!” яңы ҡарарҙар тәҡдим итә
“Ҡанатлан!” яңы ҡарарҙар тәҡдим итә

Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин социаль селтәрҙә Өфөлә үткән “Ҡанатлан!” мәғариф форумы тураһында фекере менән уртаҡлашты.

“Башҡортостан Башлығының ҡушыуы буйынса йыл һайын үткәрелеп килгән “Ҡанатлан!” форумында ҡатнаштым. Яңы ҡарарҙар тураһында һөйләргә теләйем.

Уҡытыусы һәм остаз йылында беҙ республикабыҙҙа уҡытыусы һөнәренең абруйын арттырыу һәм мәктәпкә йәш белгестәрҙе йәлеп итеү буйынса сараларҙы киңәйттек. Ауыл уҡытыусыфларына тәғәйен йыллыҡ гранттың һанын арттырҙыҡ.

Дәүләт һәм туған телдәр уҡытыусыларына тейешле премия күләме ике тапҡырға арттырыла, был категорияға полилингваль мәктәптәрҙең уҡытыусылары ла инә. Балалар баҡсаларының педагогик хеҙмәткәрҙәренә 575 мең һумлыҡ йыл һайын бирелгән 50 грант, балалар баҡсалары педагогтарының республика еңеүселәренә һәм лауреаттарына премиялар булдырылды.

Уҡытыусылар тураһында хәстәрлек күреүҙе артабан да дауам итәсәкбеҙ. Президенттың ҡарарына ярашлы, 1 сентябрҙән мәктәп һәм колледж директорҙарының тәрбиә эше буйынса кәңәшселәренә өҫтәмә түләү барлыҡҡа киләсәк, ә быйыл 1 марттан класс етәкселеге һәм кураторлыҡ өсөн түләү ике тапҡырға арттырыла.

Мәктәп инициатив бюджетлауы проекты үҙен тулыһынса аҡланы. Мәктәп башланғыстары конкурсы уҡыусыларға алған белемен ғәмәлдә ҡулланырға, үҙ мәктәбе өсөн файҙалы, кәрәкле эш башҡарырға булышлыҡ итә. Быйыл беҙ ошо маҡсатта 60 мәктәп башланғысын тормошҡа ашырыу өсөн 30 миллион һум аҡса бүлдек.

Евразия ғилми-белем биреү үҙәге университеттары базаһында (ӨФТУ, ӨДНТУ, БДМУ, БДАУ) индустриаль партнерҙар булышлығында әлеге ваҡытта 10 предуниверсарий булдырылған. Бөгөн улар физика-математика һәм химия-биология йүнәлештәрендә уҡыусыларға төплө белем бирә. Йыл һайын биш предуниверсарий булдырыуҙы күҙаллайбыҙ һәм шуның менән уҡыусыларҙы белем алыуға дәртләндерәсәкбеҙ, һөнәр һайлауҙа ярҙам итәсәкбеҙ.

Тағы ла. Хөрмәтле уҡытыусылар, һеҙгә һөнәрегеҙгә тоғролоғоғоҙ, фиҙакәр хеҙмәтегеҙ һәм сабырлығығыҙ, балаларға ҡарата эскерһаҙ һөйөүегеҙ өсөн рәхмәт әйтәбеҙ", - тип яҙҙы Максим Забелин. 

Сығанаҡ: vk.com/wall523359892_4973

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: