Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
3 Апрель , 16:30

Өфөлә “Ҡанатлан!” мәктәп форумы үтте

Быйылғы сарала һөйләшеү балаларҙың хәүефһеҙлегенә һәм именлегенә арналды. 

Өфөлә “Ҡанатлан!” мәктәп форумы үтте
Өфөлә “Ҡанатлан!” мәктәп форумы үтте

1 – 3 апрелдә Өфөлә “Ҡанатлан!” республика мәғариф форумы уҙҙы. Ул быйыл алтынсы тапҡыр үткәрелде. Сарала республика ҡала һәм район хакимиәттәре башлыҡтары урынбаҫарҙары, мәғариф өлкәһенә яуаплы белгестәр, БР Мәғариф һәм фән министрлығы ҡарамағындағы белем биреү ойошмалары етәкселәре, мәктәп директорҙарының тәрбиә эше буйынса кәңәшселәре, ата-әсәләр, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты.

Форумдың тәүге көнөндә “Мәктәп – берҙәм биләмә” тигән темаға түңәрәк өҫтәл артында һөйләшеү ойошторолдо. Бында һүҙ башлыса сәләмәтлек йәһәтенән мөмкинлеге сикләнгән балаларға белем биреүҙе ойоштороу хаҡында барҙы. Икенсе көндә Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара кампусында муниципаль мәғариф идаралығы органдары етәкселәре ҡатнашлығында кәңәшмә ойошторолдо. Ошо уҡ көндә БР Милли музейында “Илһөйәрлек кесе ватанға һөйөүҙән башлана” тип аталған әңгәмә майҙансығы эшләне.

Форумдың өсөнсө көнө “Торатау” конгресс-холында ойошторолдо. Бында эш туғыҙ майҙансыҡта барҙы. “Уҡыусылар араһындағы кире күренештәрҙе һәм деструктив яҡтарҙы иҫкәртеү” тигән темаға һөйләшеүҙе БР мәғариф һәм фән министры Илдар Марат улы Мәүлетбирҙин алып барҙы. Башҡа майҙансыҡтарҙа ауыр тормош хәлендә ҡалған, ғаиләлә, мәктәптә, урам мөхитендә ҡыйырһытылыуҙарға дусар ителгән балаларға психолог ярҙамы күрһәтеү үҙенсәлектәре, өлкән класс уҡыусылары менән һөнәр һайлау йүнәлешендә эшләү, мәғариф өлкәһендә мәғлүмәт хәүефһеҙлеге тураһында һөйләшеүҙәр ойошторолдо.

БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Фән, мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт буйынса комитеты рәйесе Айбулат Вәкил улы Хажин етәкселек иткән майҙансыҡтағы һөйләшеү айырыуса етди һәм мөһим темаға – балаларҙы терроризм һәм экстремизмдан аралауға арналды. Ул “Интернет селтәрендә деструктив контент: традицион ҡиммәттәргә янаған хәүеф” тип аталды.

Сығыш яһаусылар бөгөн был теманың айырыуса көнүҙәк булыуы, интернет селтәрендә балаларға ҡарата алып барылған киберһөжүм алымдары, үҫмерҙәрҙе төрлө хәүефле төркөмдәргә, секталарға йәлеп итеү эше тураһында һөйләп, хәүефле статистика, эргәбеҙҙә генә булған ҡурҡыныс миҫалдарға туҡталды.

– Үкенескә күрә, балалар аҙағын уйлап тормай төрлө ҡурҡыныс тәҡдимдәргә ризалаша. Күптәр “миңә 14 йәш тулмаған, шуға күрә бер ниндәй ҙә яуаплылыҡҡа тарттыра алмайҙар” тип уйлай. Ә был улай түгел. Әгәр бала экстремистик ойошмалар менән бер тапҡыр бәйләнешкә инһә, улар ҡушҡанды үтәһә, үҙенең киләсәгенә ғүмерлек ҡара мөһөр баҫа. 16-17 йәш тулһа, киләсәк тураһында, яҡшы һөнәр һайлау хаҡында уйлана башлайҙар, ә күп йәһәттән юлдар ябыҡ булып сыға. “Мин үҙгәрҙем бит” тиҙәр, әммә балалыҡ менән яһалған хата юйылмай. Бына ошоно балаларға ла, ата-әсәләргә  лә еткерергә кәрәк, – тине сығышында Айбулат Вәкил улы.

Политолог Яна Амелинаның сығышы ла бик фәһемле, мәғлүмәти йәһәттән бай булды. “Элегерәк, бынан өс-биш йыл элек, балалар менән берәмләп эшләргә, улар араһынан йәмғиәткә, әйләнә-тирәгә асыулы булған, агрессия күрһәткәндәрҙе һайлап алырға, төрлө хәүефле эштәргә йәлеп итергә тырышалар ине. Хәҙер эшмәкәрлек алымы үҙгәрҙе: ни тиклем күберәк балаға мәғлүмәт еткерһәк, шул тиклем яҡшыраҡ, барыбер араһынан бер нисәүһе ҡармаҡҡа ҡаба, тигән алым менән эш итә улар”, – тине ул балаларҙы төрлө террористик, экстремистик ойошмаларға йәлеп итеүселәр тураһында.

Ғөмүмән, форум барышында һәр майҙансыҡтағы һөйләшеү иң тәү сиратта киләсәк быуынды дөрөҫ йүнәлештә, традицион ҡиммәттәрҙә тәрбиәләүгә, уларҙың хәүефһеҙ бала сағын һәм киләсәген тәьмин итеүгә арналды.

Белеүебеҙсә, беренсе “Ҡанатлан!” форумы 2019 йылда Радий Хәбировтың башланғысы буйынса уҙҙы. Төбәк етәксеһе артабан да үҙ сығыштарында форумдың мәғариф өлкәһендәге көнүҙәк мәсьәләләрҙе тикшереү өсөн мөһим майҙансыҡ булыуын бер нисә тапҡыр һыҙыҡ өҫтөнә алды. Алтынсы тапҡыр үткәрелгән “Ҡанатлан!” форумы үҙенең кәрәкле булыуын иҫбатланы һәм күләмле сара статусын алды.

Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.

Өфөлә “Ҡанатлан!” мәктәп форумы үтте
Өфөлә “Ҡанатлан!” мәктәп форумы үтте
Өфөлә “Ҡанатлан!” мәктәп форумы үтте
Өфөлә “Ҡанатлан!” мәктәп форумы үтте
Өфөлә “Ҡанатлан!” мәктәп форумы үтте
Өфөлә “Ҡанатлан!” мәктәп форумы үтте
Өфөлә “Ҡанатлан!” мәктәп форумы үтте
Өфөлә “Ҡанатлан!” мәктәп форумы үтте
Өфөлә “Ҡанатлан!” мәктәп форумы үтте
Өфөлә “Ҡанатлан!” мәктәп форумы үтте
Өфөлә “Ҡанатлан!” мәктәп форумы үтте
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: