Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
4 Апрель , 21:20

Республикабыҙҙа фәнни ҡаҙаныштар тос

Матбуғат конференцияһында һүҙ ошо турала барыр.

Республикабыҙҙа фәнни ҡаҙаныштар тос
Республикабыҙҙа фәнни ҡаҙаныштар тос

5 апрелдә “Башинформ” мәғлүмәт агентлығында матбуғат конференцияһы үткәрелә. Унда Башҡортостандың фәнни берләшмәһе вәкилдәре тикшеренеүҙәрҙең яңы һөҙөмтәләре, сағыу археологик һәм этнографик табыштар тураһында һөйләйәсәктәр.

Быйыл март айында Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең Р.Кузеев исемендәге этнологик тикшеренеүҙәр институты барлыҡҡа килеүенә 25 йыл тулды. Сирек быуат ваҡыт эсендә институт академик учреждение булараҡ үҙенең кәрәклеген дәлилләне.

Археология, этнография һәм башҡа өлкәлә нигеҙле тикшеренеүҙәре менән фән донъяһында абруй ҡаҙанды. Һуңғы йылдарҙа институт ғалимдары ҡыҙыҡлы асыштар, сағыу археологик һәм этнографик табыштар яһаны.

Ғилми һәм юғары уҡыу йорто йәмәғәтселеге ҡатнашлығында матбуғат конференцияһы 11 сәғәттә башлана.

Ләйлә Аралбаева.

Фото: “Республика Башкортостан” гәзите сайты.

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: