Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
4 Апрель , 09:30

Ыңғай башланғыстар үҫешкә булышлыҡ итә

Мәктәптәрҙе капиталь ремонтлау, педагог хеҙмәтен лайыҡлы баһалау, йәштәр тураһында хәстәрлеккә ҡағылышлы аныҡ миҫалдар. 

Ыңғай башланғыстар үҫешкә булышлыҡ итә
Ыңғай башланғыстар үҫешкә булышлыҡ итә

3 апрелдә Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры Михаил Мишустин Дәүләт Думаһында Хөкүмәттең эшмәкәрлеге тураһында йыллыҡ отчет менән сығыш яһаны. Министрҙар кабинеты етәксеһе социаль программалар, Рәсәй иҡтисадының үҫеш йүнәлештәре, халыҡтың именлеге һәм хәүефһеҙлек мәсьәләләре тураһында һөйләне. Сығышта иҡтисадтың төрлө тармаҡтары, социаль өлкәләр буйынса башҡарылған эштәргә баһа бирелде, киләсәктә дауам ителәсәк, башҡарыласаҡ бурыстар тураһында ла әйтелде.

Премьер-министр мәғариф өлкәһенә ҡағылышлы башланғыстарға ла айырым туҡталды. Ил буйынса дөйөм белем биреү ойошмаларын капиталь ремонтлау программаһына ярашлы, дүрт меңдән ашыу бина рәтләнгән. Бында һүҙ капиталь ремонттан һуң өр-яңы төҫ алған мәктәптәр, ашханалар тураһында бара.

Был йәһәттән Башҡортостан – Рәсәйҙә алдынғылар рәтендә. Мәҫәлән, 2022 йылда 63 мәктәп, 2023 йылда 77 белем усағы төҙөкләндерелгән. Бында һүҙ стеналарҙы яңыртып буяу тураһында ғына бармай, ғәмәлдә мәктәптең тышҡы биҙәлешенән башлап, ишек алды, уҡыу бүлмәләре, спорт залы, ашхана, аҙыҡ-түлек блогы, сантехника ҡорамалдарына тиклем барыһы ла алмаштырыла. Бынан тыш, мәктәп янындағы биләмәләр төҙөкләндерелә, спорт һәм уйын майҙансыҡтарына хәүефһеҙ резина япма түшәлә. Шулай уҡ уҡыу әсбаптары һәм мәктәп йыһазы тулыһынса яңыға алмаштырыла.

Мәҫәлән, әлеге программаға ярашлы, Ҡырмыҫҡалы районында ғына ла дүрт мәктәп яңырҙы. Улар - район үҙәгендә, Ефремкин, Олокүл һәм Константиновка ауылдарында урынлашҡан белем усаҡтары.

- Беҙҙең Ҡырмыҫҡалы ауылының 2-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе хәҙер ҙур ҡалаларҙағы заманса белем усаҡтарынан һис тә ҡайтыш түгел. Дөрөҫөн әйткәндә, мәктәбебеҙҙең стеналарынан башҡаһы барыһы ла яңыртылды. Заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған, яҡты, йылы, матур мәктәптә белем алыуға уҡыусыларыбыҙ ҙа шат. Дөйөм алғанда, 67,6 миллион һумға торошло эш башҡарылды, шуның 56,7 миллион һумы федераль бюджеттан бүленде. Атап әйткәндә, ҡыйыҡ, түшәм, тәҙрәләр, ишектәр, баҫҡыс һәм инеү урындары, уҡыу бүлмәләре, коридорҙар, мәктәптең тышҡы йөҙө – барыһы ла өр-яңы төҫ алды, - ти мәктәп директоры Марат Тимерйән улы Әбүбәкиров.

***

Премьер-министрҙың сығышында мәғариф өлкәһенә ҡағылышлы яңғыраған тағы бер фекер мәктәп һәм колледж директорҙарының тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫарҙарына ай һайын биш мең һум күләмдә өҫтәмә түләүгә ҡайтып ҡалды. Ул сентябрҙән ғәмәлгә инәсәк. Әлеге ваҡытта халыҡ һаны 100 меңдән кәмерәк булған ауыл-ҡалаларҙағы белем биреү учреждениеларында эшләгән класс етәкселәренә һәм кураторҙарға тәғәйен түләүҙе ике тапҡырға арттырыу тураһында ҡарар әҙерләнгән. Педагогтар был сумманы үткән ай өсөн апрелдә үк аласаҡ.

Үрҙә телгә алынған Ҡырмыҫҡалы ауылының 2-се урта мәктәбендә директорҙың тәрбиә эштәре буйынса кәңәшсеһе Регина Рәил ҡыҙы Шаһиәхмәтова был вазифала бер йыл ғына эшләүенә һәм әлегә йәш белгес булыуына ҡарамаҫтан, үҙ иңенә һалынған бурыстарҙы ҙур яуаплылыҡ менән башҡара.

- Йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бүләбеҙ. Беҙҙең мәктәптә хәрби-патриотик клуб уңышлы эшләп килә, шулай уҡ VII “Б” класында уҡыған 30 уҡыусы ғорур рәүештә “шайморатовсы” исемен йөрөтә. Шайморатов класында уҡыусыларҙың  күҙгә күренеп үҙгәреүен, етдирәк, яуаплыраҡ була барыуын билдәләр инем. Беҙ улар менән төрлө ярыштарға, конкурстарға йөрөйбөҙ. Ә инде өҫтәмә түләүгә килгәндә, әлбиттә, бик шатбыҙ. Был беҙҙе үҙ бурысыбыҙға тағы ла яуаплыраҡ ҡарарға, тырышып эшләргә дәртләндерә, - тине Регина Рәил ҡыҙы.  

***

Премьер-министр “Пушкин картаһы”ның өҫтөнлөктәре, был башланғыстың йәштәр тарафынан лайыҡлы баһаланыуы һәм ҙур теләк менән ҡулланылыуы тураһында ла айырып әйтте. “Пушкин картаһы” булдырылғандан алып уның менән 10 миллиондан ашыу кеше ҡулланған һәм ошо карта буйынса 64 миллион билет алынған.

Был башланғысҡа ярашлы, ил төбәктәрендә, шул иҫәптән беҙҙең республикала ла мәҙәни сараларға, мәҙәниәт һәм сәнғәт усаҡтарына йөрөү күрһәткестәре арта бара. Мәҫәлән, Башҡортостандың дәүләт ҡарамағындағы мәҙәни учреждениелары былтыр, 2018 йыл менән сағыштырғанда, ике тапҡырға күберәк аҡса йәлеп иткән.

- Һуңғы алты йылдың йомғаҡтары буйынса Республика халыҡ ижады үҙәге, БР Дәүләт академия симфоник оркестры һәм “Башҡортостан” киностудияһы – лидерҙар рәтендә. Күрһәткестәрҙең үҫеүе “Пушкин картаһы”на бәйле, - тип билдәләне Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова.

Пушкин картаһының өҫтөнлөктәрен йәштәр үҙҙәре лә бик ыңғай баһалай. Мәҫәлән, Өфө технологиялар һәм дизайн колледжы студенты Камила Ғайсина бына нимә тине:

- Пушкин картаһындағы биш мең һум – студент өсөн ҙур бүләк кеүек ул. Мин йыл һайын уны тулыһынса ҡулланам. Мәскәүгә сәйәхәткә барғанымда ошо карта буйынса Третьяков галереяһына, Василий Блаженный соборына бара алдым. Өфөлә лә ҡулланыу мөмкинлектәре киң. Шәхсән үҙем М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрына һәм “Родина” кинотеатрында күрһәтелгән Рәсәй фильмдарына тап ошо карта буйынса йөрөйөм.

Фотола: капиталь ремонттан һуң өр-яңы төҫ алған Ҡырмыҫҡалы районының Ефремкин ауылы мәктәбе.

Автор һәм А. Нурмөхәмәтов фотолары.

 

Ыңғай башланғыстар үҫешкә булышлыҡ итә
Ыңғай башланғыстар үҫешкә булышлыҡ итә
Ыңғай башланғыстар үҫешкә булышлыҡ итә
Ыңғай башланғыстар үҫешкә булышлыҡ итә
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: