Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
4 Апрель , 07:00

Йәштәрҙең ураҙа тотоуы ҡыуаныслы

Бөгөн тормошобоҙға именлек, берҙәмлек, дуҫлыҡ килтереүҙе теләп, Аллаһ Тәғәләнең ярҙамына ышаныу, өмөт итеү өсөн ысын күңелдән уға табыныу зарур.

Йәштәрҙең ураҙа тотоуы ҡыуаныслы
Йәштәрҙең ураҙа тотоуы ҡыуаныслы

Рамаҙан айы үтеп тә бара. Бөтә ислам донъяһы был күркәм байрамды дәррәү ҡаршы алды һәм үҙҙәренең бар мөмкинлектәренән файҙаланып, лайыҡлы үткәрергә тырыша. Кемдер хаж ҡыла, күптәр ураҙа тота, берәүҙәр тәү башлап намаҙға баҫа, мәсеткә йөрөй. Бигерәк ҡыуаныслы: йәштәр ураҙа тота, күмәкләп ауыҙ асыуҙар хәҙер халҡыбыҙҙың көндәлек ғәзәтенә әйләнде. 

Республикала барған һәр фәһемле донъяуи сараларҙың уртаһында ҡайнаған Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте был эштән ситтә ҡалманы – Гөлнур Ҡолһарина республика райондары ҡатын-ҡыҙҙарын ауыҙ астырыу сараһына йыйҙы.

Бында өлкән йәштәгеләр менән бер рәттән дин юлында йөрөгән йәш ҡатын-ҡыҙҙар ҙа саҡырылғайны. Улар дин юлында йөрөү менән бергә йәмғиәт эше менән дә тығыҙ бәйләгән изге әсәләр. Уларҙың һәр береһенең йөҙөндә киләсәккә ышаныс, нур сәселә, шул уҡ ваҡытта тәүәккәллек, саялыҡ һыҙаттары ла сағыла һымаҡ.

Борондан башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына хас наҙлы, бөхтә, һәр эштә уңған, егәрле, донъяның ҡото ла, ғаиләһендә ныҡлы хужабикә лә, ир ҡатыны ла, балаларына йомшаҡ әсә лә, лайыҡлы тәрбиәсе лә ул. Иң мөһиме – рухи байлыҡ, милли тойғо, иленә, халҡына, теленә булған бөтмәҫ мөхәббәт уларҙы ошо ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһына алып килгән дә инде.

Гөлнур Ҡолһарина етәкселегендә Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәте 2017 йылдан арымай-талмай халыҡ мәнфәғәтен, ҡатын-ҡыҙ, бигерәк тә йәш быуынды халҡыбыҙҙың борондан килгән ғөрөф-ғәҙәттәре миҫалында тәрбиәләү мәсьәләһе буйынса ҙур эш алып бара.

Нуғай биләмәһе мәсете имам-хәтиб Ришат хәҙрәт ифтарҙы асып, доға уҡыны, бик матур һүҙҙәр әйтелде. Өҫтәл дә мул әҙерләнгән.

Бындай кисәлә оҙон һүҙ әйтеү урынһыҙ, әммә доға ҡылыу мотлаҡ. Бөгөн Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенең иң төп бурысы – ауырлыҡтарға бирешмәй, алға ҡарап йәшәү, йәштәргә киләсәккә ышаныс, бар эшендә тик уңыштар теләү, уларға ярҙам ҡулы һуҙыу.

Тормошобоҙға именлек, берҙәмлек, дуҫлыҡ килтереүҙе теләп, Аллаһ Тәғәләгә, уның ярҙамына ышаныу, өмөт итеү өсөн ысын күңелдән уға табыныу, ярҙам һорау зарур, тигән һүҙҙәр менән тамамланды был изге сара – ауыҙ асыу сараһы.

Автор: Ләлә БЕЙЕШЕВА, хеҙмәт ветераны.

Фото: Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенән. 

Йәштәрҙең ураҙа тотоуы ҡыуаныслы
Йәштәрҙең ураҙа тотоуы ҡыуаныслы
Йәштәрҙең ураҙа тотоуы ҡыуаныслы
Йәштәрҙең ураҙа тотоуы ҡыуаныслы
Йәштәрҙең ураҙа тотоуы ҡыуаныслы
Йәштәрҙең ураҙа тотоуы ҡыуаныслы
Йәштәрҙең ураҙа тотоуы ҡыуаныслы
Йәштәрҙең ураҙа тотоуы ҡыуаныслы
Йәштәрҙең ураҙа тотоуы ҡыуаныслы
Йәштәрҙең ураҙа тотоуы ҡыуаныслы
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: