Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
8 Апрель , 19:50

Өфөнөң вуз-ара кампусында ҡала системалары менән идара итеү ысулдарын уйлап тапҡандар

“Ҡала агломерацияларының төп параметрҙары һәм делимитацияһы” картаһы төҙөлдө.

Өфөнөң вуз-ара кампусында ҡала системалары менән идара итеү ысулдарын уйлап тапҡандар
Өфөнөң вуз-ара кампусында ҡала системалары менән идара итеү ысулдарын уйлап тапҡандар

Вуз-ара кампуста урынлашҡан Өфө дәүләт нефть техник университетындағы креатив индустриялар һәм урбанистика лабораторияһы ҡала агломерацияларының төп киңлек параметрҙарын баһалау системаһы өҫтөндә эшләне. Лабораторияның “Архитектура һәм ҡала төҙөлөшө” секцияһы уны Өфө һәм Стәрлетамаҡ агломерациялары миҫалында һынап ҡараны ла. “Ҡала агломерацияларының төп параметрҙары һәм делимитацияһы” картаһы төҙөлдө.

”Архитектура һәм ҡала төҙөлөшө” секцияһының төп фәнни ҡыҙыҡһыныу өлкәһе – ҡаланы система булараҡ өйрәнеү. Ғалимдар ҙур мәсьәлә - ҡалала барған процестарҙы ентекле һүрәтләп, уның методологияһын төҙөү һәм уларҙы ҡала системалары менән идара иткәндә һөҙөмтәле ҡулланыу эшенә тотонған.

2023 йылда, Рәсәй йәштәренә ярҙам грантына ярашлы, “5D ҡала” лабораторияһы нигеҙендә студенттарҙың “5D ҡала” экспедиция үҙәге асылды. Йәш уҡытыусылар етәкселегендәге студент-архитекторҙар командаһы Башҡортостан буйлап тикшеренеү экспедицияларында йөрөнө. Эштәренең һығымтаһы методология эшләнеше һәм ӨДНТУ студенттарының өс магистрлыҡ диссертацияһын, Лаборатория хеҙмәткәрҙәренең ике кандидатлыҡ диссертацияһын әҙерләү өсөн ҡулланыла.

Белешмә. Студенттар кампусы Рәсәй Президенты В. Путин күрһәтмәһенә  ярашлы һәм Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығының  “Фән һәм университеттар” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә төҙөлә.

Мәғлүмәт һәм фото: https://pravitelstvorb.ru/news/23479/

 

 

 

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: