Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
8 Апрель , 22:35

Вуз-ара кампуста - фән һәм мәғариф өсөн ҙур майҙан

 Фәнде үҫтереүгә, йәш ғалимдарға булышлыҡ итеүгә 855 миллион һум аҡса йүнәлтелгән.

Вуз-ара кампуста - фән һәм мәғариф өсөн ҙур майҙан
Вуз-ара кампуста - фән һәм мәғариф өсөн ҙур майҙан

Премьер-министр Андрей Назаров, Хөкүмәттең 2023 йыл башҡарылған эштәре тураһында Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары алдында отчет менән сығыш яһап, республикала юғары мәктәп һәм фән үҫешенә айырым туҡталып китте.

- Биш йылдан да аҙ ваҡытта беҙ донъя кимәлендәге Евразия фәнни- белем биреү үҙәген булдырҙыҡ, уның Вуз-ара студенттар кампусының тәүге сиратын астыҡ. Бында индустриаль партнерҙар менән тығыҙ бәйләнештә эшләгән 21 лаборатория урынлашҡан, улар бергәләп 20-нән ашыу тикшеренеү алып бара. Быйыл икенсе сиратында беҙ Геном үҙәген асабыҙ. Төп бинаны төҙөгәндән һуң, фән һәм мәғарифты үҫтереү өсөн тағы ла 110 мең кв.м уникаль һәм инновациялы киңлеккә эйә булабыҙ, - тип һөйләне Андрей Назаров.

Республиканың фәнгә бүленгән гранты ярҙамында йәш ғалимдарға ярҙам саралары   федераль рейтингында республика 3-сө урынды алды.  Фәнде үҫтереүгә, йәш ғалимдарға булышлыҡ итеүгә 855 миллион һум аҡса йүнәлтелгән. Йәш аспиранттарҙың һәм фән кандидаттарының 60 проектына ярҙам ителгән. 133 йәш фәнни-педагогик хеҙмәткәрҙең торлаҡ шарттары яҡшыртылған. 498 кеше алдынғы уҡыу һәм фән учреждениеларында стажировка үткән. Дөйөм алғанда, төбәктәрҙең фәнни-технологик үҫеше милли рейтингы йомғаҡтары буйынса Башҡортостан алдынғы унау иҫәбендә.  

Сығанаҡ һәм фото:  https://pravitelstvorb.ru/news/23501/

 

 

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: