Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
11 Апрель , 17:15

Һуғыш осоронда төшөрөлгән картина

Бәләкәй бала ҡарт өләсәһенең ҡул эшен алып килгән.

Һуғыш осоронда төшөрөлгән картина
Һуғыш осоронда төшөрөлгән картина

Бәләбәй ҡалаһының башҡорт гимназия-интернатында “Аманат” тип исемләнгән музей эшләп килә. Унда ҡала, гимназия тарихы буйынса күп мәғлүмәт тупланған. Боронғо ҡомартҡыларға ла ҙур урын бирелгән. Ваҡыт үткән һайын ул яңылары менән тулылана бара.

Музей мөдире Олеся Талибуллина әйтеүенсә, бында бөгөн 200-ҙән ашыу экспонат һаҡлана. Уникаль предметтарҙың төрлөһөн күрергә мөмкин.  Боронғо күмер үтектәре, ҡара һауыты, кейемдәр һәм башҡа әйберҙәр ҙур ҡыҙыҡһыныу уята.

Йәш быуындың тарихҡа ҡыҙыҡһыныуы һөйөндөрә. Музейҙы яңы ҡомартҡылар менән тулыландырыуға үҙҙәренең өлөшөн индерәләр. “Музейға ҡомартҡы бүләк ит” акцияһы барышында 2-се класс уҡыусыһы ҡарт өләсәһенең Бөйөк Ватан һуғышы осоронда башҡарған ҡул эшен алып килгән. Ҡарт өләсәһенең 15-16 йәшлек сағында эшләгән картинаһы ҡәҙерле ҡомартҡы булып һаҡлана.

Автор фотоһы.

 

Һуғыш осоронда төшөрөлгән картина
Һуғыш осоронда төшөрөлгән картина
Һуғыш осоронда төшөрөлгән картина
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: