Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
15 Апрель , 12:30

Башҡортостан Белгород балаларын ҡабул итте

Улар бында уҡыу программаһын дауам итәсәк, балаларға тәрбиәүи саралар, Башҡортостандың иҫтәлекле урындары менән таныштырыу ойоштороласаҡ.  

Башҡортостан Белгород балаларын ҡабул итте
Башҡортостан Белгород балаларын ҡабул итте

Бөгөн, 15 апрелдә, Башҡортостанға Белгород өлкәһенән 498 бала килде. Улар Илеш районындағы “Орленок” лагерына һәм Әбйәлил районындағы “Ҡайынҡай” ял йортона урынлаштырылды. Был изге башланғыс республика Башлығы Радий Хәбировтың күрһәтмәһенә ярашлы ойошторолдо. Ул район башлыҡтарына был мәсьәләне шәхси контролдә тоторға һәм килеп тыуған һорауҙарҙы ваҡытында хәл итергә ҡушты.

Башҡортостанға башлыса VII – IX класс уҡыусылары килде, шулай уҡ Х класта уҡыған бер нисә үҫмер бар. Улар бында уҡыу программаһын дауам итәсәк, балаларға тәрбиәүи саралар, Башҡортостандың иҫтәлекле урындары менән таныштырыу ойоштороласаҡ. 

Республика Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин ошо хаҡта социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙма менән уртаҡлашты.

“Башҡортостан һәр ваҡыт ҡунаҡсыллығы һәм киң күңеллеге менән айырылып тора. Беҙ үҙебеҙҙекеләрҙе бер ҡасан да ташламайбыҙ, шулай уҡ бөгөн ҡатмарлы хәл күҙәтелгән сик буйындағы төбәктәрҙең балаларына даими ярҙам итәбеҙ.

Төндә Белгород өлкәһенән 500 уҡыусыны ҡабул иттек. Бөгөн уларҙы Илеш районындағы “Орленок” лагерына һәм Әбйәлилдәге Яҡтыкүл буйындағы “Ҡайынҡай” ял йортона урынлаштырабыҙ.

Белгород өлкәһе етәкселеге менән килешеп, республика тағы бер төркөм балаларҙы ҡабул итә ала.

Ҡунаҡтарҙы башҡорт киң күңеллелеге менән ҡабул итәйек!” – тип яҙҙы Максим Забелин.

Фото һәм сығанаҡ: vk.com/zabelinm

Башҡортостан Белгород балаларын ҡабул итте
Башҡортостан Белгород балаларын ҡабул итте
Башҡортостан Белгород балаларын ҡабул итте
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: