Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
15 Апрель , 23:10

Эҫе йәйҙең эҙемтәләре тураһында ғалимдар нимә ти

2024 йылдың йәйе Рәсәйҙә метеокүҙәтеүҙәр тарихында иң эҫеһе булыуы мөмкин тип күҙаллай синоптиктар.  

Эҫе йәйҙең эҙемтәләре тураһында ғалимдар нимә ти
Эҫе йәйҙең эҙемтәләре тураһында ғалимдар нимә ти

2024 йылдың йәйе Рәсәйҙә метеокүҙәтеүҙәр тарихында иң эҫеһе булыуы мөмкин тип күҙаллай синоптиктар. Башҡортостан халҡын ниндәй көтөлмәгәнлектәр һағаларға мөмкин икәне тураһында Яңы экобиләмәләрҙең ESG-моделен үҫтереү стратегик проекты ҡатнашыусыһы, Өфө фән һәм технологиялар университетының геология, гидрометеорология һәм геоэкология кафедраһының өлкән уҡытыусыһы Рита Камалова һөйләне.

- Климат шарттары тиҙ үҙгәргән осорҙа йәшәйбеҙ. Мәҫәлән, республикала температураның күтәрелеү тиҙлеге һуңғы ун йылда 0,34 градус С тәшкил итә. Эҫе йәй – глобаль иретеүҙең бер сәбәбе. Йәйге оҙайлы юғары температура кире эҙемтәләргә килтерә.Ҡоролоҡ тәүҙә атмосферала барлыҡҡа килә, шунан инде тупраҡта, аҙаҡ – гидрологияла. Һуңғы өс йылда эҫе һәм ҡоро һауа шарттары ҡабатлана. Иң беренсе был һыу ятҡылыҡтарында күренә. Башҡортостан халҡы Ағиҙелдең, башҡа һыу ятҡылыҡтарының һайығыуына шаһит. Был һыуҙың сифатына ла кире йоғонто яһай. Бындай шарттарҙа һыу һаҡлағыстарҙы тулыландырыу ауырлаша. Ә уларҙың бурысы – эсәр, сәнәғәтте һәм ауыл хужалығын һыу менән тәьмин итеү.

Оҙайлы эҫелек шулай уҡ ҙур янғындар сығыуға ла сәбәпсе. Эҫе һәм ҡоро һауа шарттарында тәбиғәт янғындары ҙур майҙандарға тиҙ тарала. Ауыл хужалығына ла эҫелек ныҡ тәьҫир итә. Тупраҡтың ныҡ кибеүе, һыу запасының  бөтөүе һөҙөмтәһе ауыл хужалығы культураларының уңышы кәмеүгә килтерә.  Ныҡ эҫе булыуы социаль өлкәлә лә үҙен һиҙҙертә. Йөрәк-ҡан системаһы менән сирләүселәр, әйтәйек, ыҙа сигә, оло йәштәгеләрҙең үлеү осраҡтары күбәйә. Ҙур ҡалаларҙағы халыҡҡа асфальт, бетон ҡоролмаларҙың ҡыҙыуынан тын алыуы ауырлаша.

Эҫе йәйҙең һәм глобаль йылыныуҙың эҙемтәләре күп. Беҙҙең республика өсөн ыңғай тип баһаланғандары ла бар. Мәҫәлән, вегетация осоро арта, ә йылытыу осоро ҡыҫҡара, бының йылытыу системалары эшен планлаштырғанда файҙалы булыуы мөмкин – йылытыу өсөн яғыулыҡты кәметеү һәм ҡулланыусының аҡсаһын экономиялау. Бөтә ошо процестарҙы һәм күренештәрҙе беҙ Өфө университеты  Тәбиғәт һәм кеше институтының “Гидрометеорология” йүнәлешендә уҡыған студенттар менән берлектә, шулай уҡ Евразия карбон полигоны сиктәрендә Башҡортостан Республикаһы университеттарының фәнни проекттар консорциумында тикшерәбеҙ.

Фото һәм мәғлүмәт: https://pravitelstvorb.ru/news/23582/

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: