Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
18 Апрель , 20:45

Өфөләге вуз-ара кампустың икенсе сиратын төҙөү өсөн трансформаторҙарҙың ҡеүәтен арттыралар

Ростехнадзорҙың Көнбайыш Урал идаралығы Өфөләге Евразия фәнни-белем биреү үҙәге Вуз-ара студенттар кампусының  реконструкцияланған энергия ҡабул итеүсе ҡоролмаларын ҡараны.

Өфөләге вуз-ара кампустың икенсе сиратын төҙөү өсөн трансформаторҙарҙың ҡеүәтен арттыралар
Өфөләге вуз-ара кампустың икенсе сиратын төҙөү өсөн трансформаторҙарҙың ҡеүәтен арттыралар

Өфөләге вуз-ара кампустың икенсе сиратын төҙөү өсөн трансформаторҙарҙың ҡеүәтен арттырҙылар.

Ростехнадзорҙың Көнбайыш Урал идаралығы Өфөләге Евразия фәнни-белем биреү үҙәге Вуз-ара студенттар кампусының  реконструкцияланған энергия ҡабул итеүсе ҡоролмаларын ҡараны. Тәртип боҙоуҙар табылмаған, яңыртылған трансформаторҙар эксплуатацияға индерелгән.

- Трансформаторҙарҙы ҙур ҡеүәтлеләренә алмаштырыу авариялы һүнеү булдырмаҫҡа, ҡеүәтте арттырырға, 103 кв.м майҙанлы комплекс төҙөлөшөнөң икенсе сиратын хәүефһеҙ электр менән тәьмин итергә, студенттарҙың һәм ғалимдарҙың хеҙмәте һәм фәнни эшмәкәрлеге өсөн уңайлы шарттар тыуҙырырға булышлыҡ итә, - тип билдәләнеләр Ростехнадзорҙа.

Белгестәр объекттың электр энергетикаһы өлкәһендә хәүефһеҙлек талаптарына яуап биреүен билдәләгән.

- Икенсе сиратты ҡалҡытыу өсөн Геном төҙөлөшө буйынса баш дәүләт экспертизаһының ыңғай һөҙөмтәһе алынған. Әлеге ваҡытта төҙөлөш майҙансығында котлаванды урынлаштырыу буйынса эш дауам итә, монолит ҡойоу башланды, - тип хәбәр итә БР төҙөлөш һәм архитектура министры урынбаҫары Сыңғыҙ Хәсәнов.

Белешмә. Өфөләге вуз-ара кампустың беренсе сираты 2023 йылдың декабрендә төҙөлөп бөтөп тапшырылды. Республика Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығының 25 университет үҙәктәре төҙөү буйынса “Фән һәм университеттар” милли проектында ҡатнаша.

Фото: Ростехнадзор.

https://pravitelstvorb.ru/news/23618/

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: