Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
18 Апрель , 21:05

Мәрхүмдәрҙең рухы шатланғандыр

 Тереләрҙең ҡәҙерен бел, үлеләрҙең ҡәберен бел, ти халыҡ мәҡәле.

Мәрхүмдәрҙең рухы шатланғандыр
Мәрхүмдәрҙең рухы шатланғандыр

Башҡортостанда биләмәләрҙе таҙартыу һәм төҙөкләндереү буйынса экологик өмәләр башланды. Яҙғы өмәләрҙең төп өлөшө ғәҙәттәгесә 20 апрелдән 11 майға тиклем үтәсәк “Йәшел Башҡортостан” акцияһы планлаштырылған. Әммә республика халҡы ҡар ерҙән әрселә башлағас та, ҡулдарына көрәк, тырма, һепертке алып, ихаталарҙы, урамдарҙы таҙарта ла башланы.

Тереләрҙең ҡәҙерен бел, үлеләрҙең ҡәберен бел, ти халыҡ мәҡәле. Белорет районының Өфөләге “Артыш” яҡташтар ойошмаһы ағзалары ла ошо мәҡәлгә ҡолаҡ һалып, баш ҡаланың Мосолман зыяратында ерләнгән билдәле яҡташтары – атаҡлы композитор, СССР-ҙың, РСФСР-ҙың һәм Башҡорт АССР-ның халыҡ артисы Заһир Исмәғилевтең, СССР-ҙың халыҡ артисы Арыҫлан Мөбәрәковтың, СССР-ҙың һәм РСФСР-ҙың халыҡ артисы Гөлли Мөбәрәкованың, билдәле яҙыусы, дәүләт эшмәкәре, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Яныбай Хамматовтың ҡәберҙәрен таҙартты, мәрхүмдәрҙе иҫкә алып, аят уҡынылар. Мәрхүмдәрҙең рухы шатланғандыр...

Тарихын онотмаған, шәхестәрен ҙурлаған халыҡтың киләсәге лә ҙур. Шуға ла халҡыбыҙҙың ошондай бөйөк улдары һәм ҡыҙҙары иҫтәлегенә хөрмәт күрһәтеп, киләсәк быуынға яҡшы өлгө күрһәтеүҙе дауам итәйек.

Рәмилә МУСИНА фотолары һәм видеояҙмаһы.

 

Мәрхүмдәрҙең рухы шатланғандыр
Мәрхүмдәрҙең рухы шатланғандыр
Мәрхүмдәрҙең рухы шатланғандыр
Мәрхүмдәрҙең рухы шатланғандыр
Мәрхүмдәрҙең рухы шатланғандыр
Мәрхүмдәрҙең рухы шатланғандыр
Мәрхүмдәрҙең рухы шатланғандыр
Мәрхүмдәрҙең рухы шатланғандыр
Мәрхүмдәрҙең рухы шатланғандыр
Мәрхүмдәрҙең рухы шатланғандыр
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: