Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
18 Апрель , 20:55

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙә лә педагогик кадрҙар етешмәй

Аҡмулла университеты һәм Рәсәйҙең яңы биләмәләренең педагогия университеттары хеҙмәттәшлек тураһында килешеүҙәргә ҡул ҡуйҙы.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙә лә педагогик кадрҙар етешмәй
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙә лә педагогик кадрҙар етешмәй

Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында кире ҡайтарылған Рәсәй биләмәләренең – Луганск Халыҡ Республикаһы, Донецк Халыҡ Республикаһы, Херсон һәм Запорожье өлкәләре педагогик юғары уҡыу йорттары, Мәғариф һәм фән министрлығы вәкилдәре делегацияһы эшләй.

Университетта осрашыу алдынан ҙур әҙерлек эшмәкәрлеге алып барылды, тип билдәләне “Үҫеш векторы” өҙлөкһөҙ һөнәри белем биреү институты директоры Гүзәл Кәлимуллина. Аҡмулла университеты дүрт йыл дауамында Рәсәй Мәғариф министрлығының дәүләт заданиеһы сиктәрендә белем биреү сифатын күтәреү өҫтөндә эшләй. Идара итеү ҡоралы Башҡортостан Республикаһында ла, Рәсәй Федерацияның башҡа төбәктәрендә лә уңышлы һынау үткән мәғлүмәт-аналитика платформаһы рәүешендә эшләнгән. 18 меңдән ашыу белгес платформала профдефициттар диагностикаһын үткән дә инде. Яңы биләмәләр был эшкә 2024 йыл башынан ҡушылған.

Аҡмулла университеты ректоры Салауат Сәғитов Рәсәй биләмәләренән ҡайтҡан хеҙмәттәштәре менән осрашыуҙа педагогия вуздарының эшмәкәрлеге практик йүнәлешле булыуын һәм Аҡмулла университеты белгестәренең бөтә тәжрибәһе менән уртаҡлашырға әҙер булыуын билдәләне.

– Башҡортостан Республикаһын һәм беҙҙең университетты Луганск Халыҡ Республикаһы менән айырым мөнәсәбәттәр бәйләй, юғары уҡыу йорто төбәктең ике мәктәбе – Петровское ҡалаһының генерал-майор М. Шайморатов исемендәге 22-се мәктәп һәм Красный Луч ҡалаһының Советтар Союзы Геройы С. Хәсәнов исемендәге 29-сы мәктәп менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә. Был мәктәптәрҙең балалары һәм уҡытыусылары университетҡа килә, һәм был уҡыу йылында Луганск Халыҡ Республикаһынан дүрт ҡыҙ беҙҙең студенттар булды.

Рәсәй Федерацияһының белем биреү киңлегенең, шул иҫәптән яңы ҡушылған территорияларҙың берҙәмлеген тәьмин итеү һәм белем биреү сифатын күтәреү – университетыбыҙҙың төп эш йүнәлештәренең береһе. Аҡмулла университеты белгестәре һәм ҡунаҡтарыбыҙ белем биреү сифатын яҡшыртыуҙың һөҙөмтәле практикаларын, төп мәктәптәр менән эшләү механизмдарын һәм башҡа күп нәмәләрҙе тикшерәсәк.

Коллегаларыбыҙҙың визиты һөҙөмтәһендә сифатты күтәреү моделенең юл картаһы, һәр төбәктең ихтыяждарын иҫәпкә алып, саралар исемлеге төҙөлә, – тип билдәләне Салауат Тәлғәт улы.

Башҡорт дәүләт педагогия университеты кире ҡайтарылған Рәсәй биләмәләренең дүрт юғары уҡыу йорто менән килешеү төҙөнө. Килешеү сиктәрендә берлектәге ғилми-методик саралар үткәреү, ғилми-методик тикшеренеүҙәр һөҙөмтәләрен педагогик практикаға индереү, педагогтарҙың квалификацияһын күтәреү, стажировка үтеү өсөн шарттар булдырыу һәм башҡалар планлаштырылған.

Коллегалары яңы Рәсәй биләмәләрендә уҡыу процесының нисек барыуы хаҡында һөйләне. Педагогик кадрҙар етмәү - ҙур проблема, уны бергәләп хәл итергә кәрәк.

– Бөгөнгө килешеүгә ҡул ҡуйыу сиктәрендә төрлө йүнәлештәр буйынса берлектәге эшмәкәрлек планлаштырылды. Тәү сиратта, был белем биреү эшмәкәрлеге, фән, педагогикала инновациялар. Һис шикһеҙ, был тәрбиәүи йүнәлеш тә, Аҡмулла университетынан коллегаларыбыҙ менән аралашыу барышында табылған башҡа бәйләнеш нөктәләре лә. Рәсәй Федерацияһының күп кенә төбәктәрендәге кеүек, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙә лә педагогик кадрҙар етешмәй. Был, нигеҙҙә, теүәл фәндәр уҡытыусыларына ҡытлыҡ, уны маҡсатлы йыйыу иҫәбенә ҡапларға тырышабыҙ. Әлбиттә, ҡайһы бер ҡатмарлыҡтар килеп тыуа. Был йүнәлештә Аҡмулла университетын академик мобиллек уҙаҡташы итеп ҡарайбыҙ. Стажировка үтеү – тәжрибә уртаҡлашыуҙың иң идеаль варианты, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Луганск дәүләт педагогия университетының халыҡ-ара һәм проект эшмәкәрлеге буйынса проректоры Ирина Хорошевская.

– Беҙҙең төп маҡсат – Аҡмулла университетында тупланған тәжрибә менән танышыу, белем биреү эшмәкәрлеге, педагогик кадрҙар профкомпетенцияларының етешһеҙлектәре өҫтөндә эшләү, һөнәри йүнәлеш биреү эше, новаторлыҡ идеялары һәм уларҙы тормошҡа ашырыу менән танышыу. Беҙ һәр ваҡыт хеҙмәттәшлек итеү өсөн асыҡ, һәр ваҡыт өйрәнергә әҙербеҙ. Ошо көндәрҙә Аҡмулла университетының Рәсәй Федерацияһының алдынғы педагогия вуздарының береһе булыуын үҙ күҙҙәребеҙ менән күрҙек, әгәр стажировка үтеү, квалификация күтәреү, оҫталыҡ дәрестәре йәки башҡа программалар үтеү мөмкинлеге булһа, беҙ, һис шикһеҙ, ошондай мөмкинлектән файҙаланасаҡбыҙ. Өфө ҡалаһында мин тәүге тапҡыр атмосфера, кешеләр, йылы ҡабул итеү, ҡала менән һоҡланам, – тип һөйләне Донецк дәүләт педагогия университетының ғилми эштәр һәм инновация эшмәкәрлеге буйынса проректоры Ирина Герасименко.

Аҡмулла университеты ҡунаҡтары шулай уҡ юғары уҡыу йортоноң инновация майҙансыҡтарында – Педагогик Кванториумда, Педагогик компетенциялар технопаркында, “Үҫеш векторы” өҙлөкһөҙ һөнәри белем биреү институтында булды, Өфөнөң Совет майҙанындағы генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә сәскәләр һалды.

Фото: pravitelstvorb.ru

 

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙә лә педагогик кадрҙар етешмәй
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙә лә педагогик кадрҙар етешмәй
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙә лә педагогик кадрҙар етешмәй
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙә лә педагогик кадрҙар етешмәй
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙә лә педагогик кадрҙар етешмәй
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙә лә педагогик кадрҙар етешмәй
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙә лә педагогик кадрҙар етешмәй
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙә лә педагогик кадрҙар етешмәй
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙә лә педагогик кадрҙар етешмәй
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙә лә педагогик кадрҙар етешмәй
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙә лә педагогик кадрҙар етешмәй
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙә лә педагогик кадрҙар етешмәй
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: