Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
19 Апрель , 19:30

Кампуста - Милли кейем көнөнә арналған коллекция

Вуз-ара кампустағы Өфө нефть техник университетының креатив индустриялар һәм урбанистика лабораторияһы Милли кейем көнөнә йәштәр этник кейем коллекцияһын булдырған, һәм уны  20 апрелдә Мега сауҙа үҙәгендә “FACTOR VOSTOKA” халыҡ-ара фестивалдә тәҡдим итә.

Донъя күләмендәге Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең Вуз-ара кампусында эшләгән ӨДНТУ-ның креатив индустрия һәм урбанистика лабораторияһында “Дизайн” йүнәлеше  әүҙем эш башлап ебәрҙе. Юғары класс уҡыусылары өсөн өс оҫталыҡ дәресе ойошторолған, унда күп кенә кеше йыйылған.

Кампуста “Дизайн һәм сәнғәткә инеш” кафедраһы дәрестәре һәм сығарылыш курсы, унда һәр бакалавриат һәм магистратура студенты шәхси проектын әҙерләй, ғәҙәти расписаниела үтә. Студенттар ҙа, уҡытыусылар ҙа яңы урында әҫәрләнеп эшкә тотонған. Лаборатория зонаһы һәм күп коворкингтар теләгән һәр кемде лә уҡытыуҙы ойошторорға мөмкинлек аса.

Мәҫәлән, Кампуста дизайнер Дарья Гладких  үҙенең космик кейем өлгөһөн күрһәткән. Ҡыҙ ӨДНТУ-ның “ Модалы бизнес һәм медиадизайн” йүнәлешендә 4-се курста уҡый. Ул шулай уҡ светодиодлы инновациялы кейемдәрен дә тәҡдим иткән. Был - “Аҡыллы кейем” эшләнмәләре йүнәлешендә яңы технология.

Бынан тыш, производство ҡалдыҡтарынан апсайклинг буйынса ҙур проект “Дизайн һәм сәнғәткә инеш” кафедраһының ACADEMIA  галереяһында экспозиция форматында күрһәтелгән. Унда  текстиль, ағас эшкәртеү һәм йыһаз етештереү ҡалдыҡтарының прототиптары коллекциялары, кампус биләмәһендә арт-кластер төҙөү буйынса макет һәм концепттар менән танышырға мөмкин.

Белешмә. Студенттар кампусы Рәсәй Президенты В. Путин күрһәтмәһенә  ярашлы һәм Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығының  “Фән һәм университеттар” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә төҙөлә.

Мәғлүмәт һәм фото:https://pravitelstvorb.ru/news/23639/

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: