Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
20 Апрель , 17:00

Ошондай йәштәребеҙ бар

 Беҙ ололарға хөрмәт менән ҡарарға, уларҙың тормоштарын матурыраҡ, еңелерәк итергә тырышырға тейеш, тигән фекерҙә улар. Әйҙәгеҙ, танышайыҡ үҙҙәре менән.

Ошондай йәштәребеҙ бар
Ошондай йәштәребеҙ бар

Ололарға ихтирамлы булырға кәрәк, тигән һүҙҙәр бала саҡтан күңелгә һеңгән. Йәш быуында ла был сифаттарҙы күреү һөйөндөрә. Ишембай һөнәрселек колледжы студенттары ла был йәһәттән матур өлгө күрһәтә.

Колледж директорының тәрбиә эштәре буйынса кәңәшсеһе Роза Йәнбирҙина һәм уҡыу йортоноң ирекмәндәре хеҙмәт ветераны Фәүзиә апай Дашкинаға ярҙамға барған. Ҡар иреп, ер асылған мәлдә эш әҙ түгел. Ихатаны, йорт тирәһен кипкән үләндән таҙартыу кеүек эштәр ҙә ҙур көс талап итә. Күмәк булғас йәштәр һә тигәнсә тирә-яҡты матурлап та ҡуя.   

- Беҙ ололарға хөрмәт менән ҡарарға, уларҙың тормоштарын матурыраҡ, еңелерәк итергә тырышырға тейеш, - тигән фекерҙә йәштәр.

Оло кешене шатландырыуҙан, рәхмәтен ишетеүҙән күңел ҡәнәғәтлеге ала белеү - үҙе ҙур бәхет.

Роза Йәнбирҙина фотоһы.

Ошондай йәштәребеҙ бар
Ошондай йәштәребеҙ бар
Ошондай йәштәребеҙ бар
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: