Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
21 Апрель , 16:00

Рәхмәт, Мөхәмәт ағай...

Кемдән-кемдән, уҡытыусыларымдан уңдым. 

Рәхмәт, Мөхәмәт ағай...
Рәхмәт, Мөхәмәт ағай...

Тормошомда яҡты эҙ ҡалдырҙы

Кемдән-кемдән, уҡытыусыларымдан уңдым. Башланғыс белемде үҙ ауылымда үҙ атайымдан алдым. Эйе, атайым – Зәбихулла Хөснетдин улы Әхмәров тәүге уҡытыусым булды. Мин генә түгел, боронғо Матрай районы Мәҡсүт, Аралбай, Ҡамышүҙәк ауылдарының һуғыш йылдарында һәм унан һуң тыуған  балаларының күбеһе атайымды тәүге уҡытыусыһы итеп белде, үткән-һүткәндә боролоп инеп, хәл белешеп, рәхмәттәр әйтеп йөрөнө.

Күңелдә йылы хәтирәләр һаҡлана

Үрге Ғәле һигеҙ йыллыҡ мәктәбе директоры, юғары белемле көслө математик Әкрәм Вәли улы Йомағолов VI класта уҡығанда мине һәм ауылдашым Салауат Мостафинды ҡышҡы һыуыҡ селләлә, кемдәндер ат һорап алып, сана  егеп, толопҡа урап, 35 саҡрымда ятҡан район үҙәге Йылайырға математиканан олимпиадаға алып барҙы. Ауылдан һуңлап сыҡҡанбыҙҙыр, ахыры, ҡараңғы төшкәс, Сәләхтә Әкрәм ағайҙың туғандарына инеп йоҡлағаныбыҙ иҫемдә. Эшен, уҡытҡан фәнен, балаларҙы яратмаһа, шулайтып йөрөр инеме?

Ике йыл ғына уҡыһам да, Үрге Ғәле хаҡында йылы хәтирәләр һаҡлайым. Ошо мәктәптә уҡытҡан ҡайһы бер уҡытыусыларым хаҡында район һәм республика баҫмаларында яҙып сыҡтым. Башҡорт теле уҡытыусыһы Миңлебулат Айса улы Бүләковҡа арналған “Астановка” һәм Юлдыбай мөхәррирҙәренең береһе –Ишбулды Бәхтиәр улы Мортаев хаҡындағы “Капитан” исемле яҙмаларымды гәзит уҡыусылар  иҫләйҙер әле. Бөгөн үҙемдең тормош юлымда һиҙелерлек эҙ ҡалдырған тағы бер уҡытыусым – яҡташыбыҙ, мәғариф ветераны Мөхәмәт Ғәтиәт улы Мозафаров хаҡында яҙып үтмәк булам. Урал аръяғы төбәгенең белем биреү тармағын ғына түгел, тотош республика мәғарифын үҫтереүгә тос өлөш индергән педагог булды ул.

Мөхәмәт Ғәтиәт улы Мозафаров 1922 йылда Баймаҡ районының Әбделкәрим ауылында тыуған. Уның атаһы Ғәтиәт Мозафаров заманына күрә бик уҡымышлы, зыялы кеше булған. Тарихи мәғлүмәттәргә ҡарағанда, ул Урта Азия тарафтарына йыш йөрөгән. Уның балаларында аталарының 1934 йылда Үзбәкстандың Андижан ҡалаһында төшкән фоторәсеме лә һаҡлана. Һабыр башланғыс, Юлдыбай тулы булмаған урта мәктәптәрендә белем алған Мөхәмәт Темәс педагогия училищеһына уҡырға инә. Училищены отличие менән тамамлаған йәш белгесте Матрай район мәғариф бүлегенә эшкә саҡыралар. Шулай инспектор һөнәренең нескәлектәренә өйрәнеп кенә йөрөгәндә Бөйөк Ватан һуғышы башланып китә. Мөхәмәт Ғәтиәт улы районда тәүгеләрҙән булып үҙ теләге менән илде дошмандарҙан һаҡларға китә. Өфөлә хәрби фельдшерҙар мәктәбендә уҡып, төрлө фронттар составында немец илбаҫарҙарын тар-мар итеүҙә ҡатнаша, һуғыштың гел алғы һыҙығында була, яраланған күп һалдаттарҙы үлемдән ҡотҡара. 1945 йылдың майында, Бөйөк Еңеү яуланғас, уларҙың ғәскәре япон сигенә күсерелә. Тыуған яғына һалдат 1945 йылдың 1 декабрендә түшенә “Батырлыҡ өсөн”, “Германияны еңгән өсөн”, “Японияны еңгән өсөн” миҙалдарын тағып ҡайтып төшә. Ҡайтыу менән күңеле ятҡан мөғәллимлек эшенә тотоноп китә – тыуған ауылы Әбделкәрим ете йыллыҡ мәктәбендә балаларға теүәл фәндәрҙән һабаҡ бирә башлай.

Юғары белем тураһында хыялланған егет ситтән тороп Магнитогорск педагогия институтына уҡырға инә. Институтты ҡыҙыл дипломға тамамлай. 1949 йылда М.Ғ. Мозафаровты Юлдыбай мәктәбенә уҡытырға ебәрәләр. Ярайһы уҡ стаж йыйып, тәжрибә туплағас, Әбделкәрим мәктәбенә директор итеп тәғәйенләнә. Ең һыҙғанып эшкә тотона ул. Заман ауыр тип тормай, ете йыллыҡ мәктәптең яңы бинаһын төҙөтөүгә өлгәшә. Белем усағының матди базаһын нығыта. Ул директор булған ваҡытта өлгәш сифаты күтәрелә, тәрбиә эше лә юғары кимәлдә алып барыла.

Тырыш етәксенең даны эргә-тирәгә тарала. Тормошта шулай бит: кем тарта, шуны нығыраҡ егәләр. Мөхәмәт Ғәтиәт улын да Әлибай (хәҙер ул ауыл Хәйбулла районына ҡарай) мәктәбен күтәреүгә йәлеп итәләр. Райондың иң артта ҡалған мәктәбен ул алдынғылар рәтенә сығарыуға өлгәшә. Яңы мәктәп төҙөлөшөн тиҙләтә, мәктәп янына интернат төҙөтә. Кабинеттарҙы йыһазландыра, оҫтахана булдыра.

Бында ла уға үҙ хеҙмәттәренең емештәрен татып оҙаҡ эшләргә форсат бирмәйҙәр. 1956 йылда уны Матрай районы мәғариф бүлеге мөдире итеп тәғәйенләйҙәр. Матрай районы бөтөрөлгәс (1956), ул бер аҙ Юлдыбай урта мәктәбе директоры булып эшләп ала. 1960 йылда Мөхәмәт Ғәтиәт улын Өфө Уҡытыусылар белемен камиллаштырыу институтының уҡыу-уҡытыу бүлеге мөдире итеп эшкә саҡыралар. 1962 йылдан ғүмеренең аҙағына тиклем (1972 йылдың ноябре) ул бер ерҙә – Өфө ҡалаһындағы 1-се мәктәп-интернаттың уҡыу-уҡытыу бүлеге мөдире һәм физика-математика уҡытыусыһы булып эшләй. 1954 йылда Мөхәмәт Ғәтиәт улының тырыш хеҙмәте “Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы” тигән почетлы исем менән баһалана.

Интернатҡа уҡырға инеү тарихы

Мөхәмәт Ғәтиәт улы менән беренсе тапҡыр 1964 йылдың 22 авгусында осраштым. Август аҙаҡтарында атайым ҡайҙандыр ҡайтып төштө лә, бер ни белмәй, донъяһын онотоп уйнап йөрөгән мине ҡабалан ғына кейендереп, Аҡъярға алып китте. Район үҙәгендә медосмотр үттек тә аэродромға йүнәлдек. Аптыраулы ҡарашыма атайым:

– Өфөгә 1-се интернатҡа барып ҡарайыҡ, – тине.

Төшкә беҙ интернатта инек инде. Директор ялда, завучҡа инегеҙ, тинеләр. Тулыраҡ ҡуңыр йөҙлө, уртаса буйлы булһа ла, баһадирға оҡшап торған кәүҙәле ағай, ниңәлер, атайымды белгән кеше кеүек йылы ҡаршы алды, оҙаҡ ҡына һөйләшеп ултырҙылар, кемдәрҙелер һорашып алды. Шунан, минең яҡҡа ымлап,малайыңды алып килдеңме, тине. “Һынап ҡарайбыҙ инде” тип, бер апайҙы саҡырып индереп, мине эйәртеп сығарып ебәрҙе. Математиканан мәсьәлә менән бер нисә миҫалды тиҙ эшләнем, артыҡ ауырлыҡ һиҙмәнем. Рус теленән диктант та еңел тойолдо. Кис, эш бөткәс, теге ағай атайымды үҙҙәренә алып ҡайтып китте, мине, матрас, яҫтыҡ, одеал тоттороп, интернатта ҡалдырҙылар. Икенсе көн теге ағайҙың кабинетында ошондай һөйләшеү булды:

– Фәрит, Мөхәмәт ағайың һине етенсегә ала алмайым тей бит әле, – ти атайым ғәйепле кеше кеүек. Минең тамаҡҡа ниндәйҙер төйөр килеп тығылды.

– Нишләп, имтихандарҙы насар биргәнменме ни? – тинем иларға етешеп.

– Юҡ-юҡ, насар түгел, икеһенән дә дүрт, тик быйыл етенсегә ҡабул итеү юҡ бит әле... – тип һүҙгә ҡушылды Мөхәмәт ағай. – Алтынсыға барһаң, алам...

– Ә бармаһам?

– Ғәлегә ҡайтаһың инде...

– Мин алтынсыны бөткәйнем бит әле...

– Ғәлелә-ә-ә нимәгә генә уҡытҡандар тиһең, – тине теге ағай ниңәлер «ә» өнөн самаһыҙ һуҙып.

Тынлыҡ урынлашты. Баштарына сал инә башлаған ике кеше минән һүҙ көтә. Ни эшләргә? Ҡайтып китер инең, ауылда малайҙарҙан оят, имтихан бирә алмаған, тиерҙәр... Ҡалһаң – ҡабат уҡып, тағы бер йылды әрәм итәһе килмәй.

– Ярай, ҡайтмайым, ҡалам, - тинем тәрән көрһөнөп. Ә күҙемдән битем буйлап йәш тәгәрәп төштө.

Яҙмышымды хәл иткән ошо минуттар иҫемә төшкән һайын шул ваҡытта  дөрөҫ эшләнемме икән тип уйға ҡалам... Дөрөҫ тә, дөрөҫ түгел дә кеүек  булды был ҡарар. Етегә ултыртһа ла, бирешмәҫ инем, тиҫтерҙәремде барыбер ҡыуып етер инем. Бигерәк ауыр бирелде миңә бер йылды юғалтыу. Ләкин тормошта шунһыҙ ҙа булмайҙыр инде.

Интернатта мин биш йыл уҡыным. Беҙҙең “интернатский”ҙар араһында шундай көләмәс йөрөй. “Коммунизм да коммунизм тип һөйләйҙәр ине, булдымы шул, юҡмы?” – тип һорайҙар икән. “Аһ, һеҙҙә булманымы ни, беҙ интернатта рәхәтләнеп коммунизмда йәшәп алдыҡ ул”, – тигән ти “интернатский”. Мин дә шулай теүәл биш йыл коммунизмда йәшәп алдым.

Йондоҙҙар серен дә ул өйрәтте

Мәктәп менән Төхвәт Хәлим улы Аслаев етәкселек иткән ун йыллыҡты күптәр  интернаттың иң емешле эшләгән осорҙарының береһе тип иҫәпләй. Уҡыу эштәре буйынса мөдир Мөхәмәт Ғәтиәт улы Мозафаров менән улар был ауыр йөктө, берҙәм, тигеҙ тарттылар, коллективта ысын ижади мөхит тыуҙырҙылар. Улар иң тәүҙә уҡыу-уҡытыу эшен күтәреүгә ҙур әһәмиәт бирҙе. Иң яҡшы уҡытыусыларҙан торған методик совет ойошторҙолар. Һәр сирек аҙағында совет тарафынан дөйөм эшкә йомғаҡ яһалды, етешһеҙлектәр күрһәтелеп, тәҡдимдәр индерелде.

Мөхәмәт Ғәтиәт улы, уҡытыу эштәре буйынса мөдир булып эшләгәс, күп дәрес алып бара алмағандыр, шулай ҙа беҙҙең класты алтынсынан һигеҙенсегә тиклем физиканан уҡытты. Астрономиянан да инде. Хәҙер, олоғайғас та, ҡараңғы төндә тышҡа сығып, оҙаҡ итеп Етегән йондоҙ, Тимерҡаҙыҡ, Өлкәр йондоҙо, Арҡысаҡ йондоҙҙарына ҡарап торғанда Мөхәмәт ағай иҫкә төшә. Ул өйрәтмәһә, табыр инемме ни был йондоҙҙарҙы?

Мөхәмәт Ғәтиәт улы Мозафаров уҡыусыларға бик иғтибарлы, һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер торған педагог булды. Уның тырышлығы менән мәктәптә Өфө дәүләт авиация техник институты уҡытыусылары физика, математика буйынса факультатив курстар алып барҙы. Сығарылыш уҡыусыларының күбеһе ошо уҡыу йорттарына уҡырға инде.

Методист булараҡ та ул ҙур ижтимағи эштәр алып бара. “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналының редколлегия ағзаһы була, Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә дәреслектәр рецензиялауҙа ҡатнаша, физика дәреслеген башҡортсаға тәржемә итә. Уҡытыу һәм тәрбиә эшендәге уңыштары өсөн уға “Рәсәй Федерацияһының мәғариф алдынғыһы” тигән маҡтаулы исем бирелә.

1969 йылда беҙ, 199 кеше, мәктәп-интернаттың Х класын тамамланыҡ. Ете класс! “Һуңғы ҡыңғырау” тантанаһынан һуң беҙ, Йылайыр районынан килгән уҡыусылар, Мөхәмәт Ғәтиәт улын беҙҙең менән фотоға төшөргә саҡырҙыҡ. Ул ҡыуанып риза булды. Яратҡан педагогыбыҙҙың ошо берҙән-бер  фотоһы миндә хәҙер ҙә һаҡлана. Йыш ҡына уны ҡулыма алып, уҡытыусымды иҫләп алам.

Мөхәмәт Ғәтиәт улы менән һуңғы тапҡыр 1972 йылдың август аҙаҡтарында осраштым. Мәскәүгә осорға тип аэропортҡа китеп бара инем. Бер туҡталышта 101-се автобусҡа Мөхәмәт ағай килеп инде. Әрһеҙерәк кенә кейенгән, ҡулына сепрәккә урап, салғымы, һәнәкме тотоп алған. Баҡсаһына китеп бара икән. Автобустың артҡы яғында тороп, ул төшөп ҡалғансы һөйләшеп барҙыҡ. “Фәрит, һин миҙал бирмәгәнгә бик үпкәләмә, – тине хушлашыр алдынан ҡулын һуҙып. – Ваҡыты еткәс, сәбәбен һөйләрмен әле”. (Мәктәп-интернатты тик “бишле” билдәләренә генә тамамланым, тик, ниңәлер, миҙал бирмәнеләр).

Мөхәмәт ағай, хушлашып, төшөп ҡалды. Был  хушлашыу мәңгелеккә булған икән. Бүтәнсә күрешә алманыҡ. Өс ай ҙа үтмәне, ноябрь айында Мөхәмәт ағайыбыҙ шул  баҡсаһында токҡа һуғылып донъя менән хушлашып ҡуйҙы. Уға илле генә йәш ине...

Фәрит ӘХМӘРОВ.

Сибай ҡалаһы.

Фото шәхси альбомдан.

 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: