Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
21 Апрель , 11:15

Уҡыусылар Бөтә Рәсәй конференцияһында еңеү яулап ҡайтты

Башҡортостан Республикаһы исеменән Өфө ҡалаһының М. Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейы уҡыусылары сығыш яһаны. 

Уҡыусылар Бөтә Рәсәй конференцияһында еңеү яулап ҡайтты
Уҡыусылар Бөтә Рәсәй конференцияһында еңеү яулап ҡайтты

XXII Бөтә Рәсәй «Мәғариф. Фән. Һөнәр» йәш тикшеренеүселәр (мәктәп уҡыусылары һәм студенттар) вуз-ара конференцияһы Санкт-Петербургта адмирал С.О. Макаров исемендәге Диңгеҙ һәм йылға флоты дәүләт университеты майҙансығында үтте.

Башҡортостан Республикаһы делегацияһы исеменән Өфө ҡалаһының М. Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейы уҡыусылары сығыш яһаны. Етәкселәре – рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Эльмира Ғабдрахман ҡыҙы Тәзиева менән тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү уҡытыусыһы Рушания Ирек ҡыҙы Ишкинина.

Конференция сиктәрендә балалар Санкт-Петербургтың алдынғы университеттары һәм уның иҫтәлекле урындары менән танышты. Уҡыусылар интеллектуаль һәм ижади конкурстарҙа ҡатнашты, инженер-техник, гуманитар, социаль-иҡтисади, филологик йүнәлештәге олимпиадаларҙа, шулай уҡ география һәм инглиз теле буйынса олимпиадаларҙа юғары әҙерлек кимәлен күрһәтте.

Тәүге көндә Башҡортостан командаһы «Дуҫлыҡ байрамы» барышында республика, ҡала һәм лицей исеменән үҙенең визит карточкаһын күрһәтте. Унда республиканың ике дәүләт телендә шиғырҙар һәм йырҙар яңғыраны. Уҡыусылар башҡорт бейеүен һәм флешмоб башҡарҙы. Икенсе көндө секцияларҙа тикшеренеү проекттарын яҡлау булды. Шулай уҡ команда шахмат, 3D пазл, кубик-рубик йыйыу буйынса интеллектуаль ярыштарҙа ҡатнашты.

Конкурс йомғаҡтары буйынса Башҡортостан командаһы 14 номинацияла еңеү яуланы һәм Бөтә Рәсәй конференцияһының абсолют лидеры булып танылды. М. Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейы уҡыусылары һәм уҡытыусыларын ҙур еңеү менән ҡотлайбыҙ!

Балаларҙың һәләттәрен үҫтереүгә йүнәлтелгән ошоноң ише саралар ил Президенты В.В. Путиндың май указдары тарафынан раҫланған “Мәғариф” милли проектын (национальный проект “Образование”) ҡарарҙарын тормошҡа ашырыуға ла булышлыҡ итә.

Сығанаҡ һәм фото: БР Мәғариф һәм фән министрлығы.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: