Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
23 Апрель , 21:50

Вуз-ара кампустың Технологиялар һәм инновацияларға ярҙам үҙәге Рәсәйҙә иң яҡшы 15 иҫәбендә

Технологиялар һәм инновацияларға ярҙам үҙәге аша интеллектуаль эшмәкәрлек һөҙөмтәләрен теркәүгә 350 ғариза бирелгән. 

Вуз-ара кампустың Технологиялар һәм инновацияларға ярҙам үҙәге Рәсәйҙә иң яҡшы 15 иҫәбендә
Вуз-ара кампустың Технологиялар һәм инновацияларға ярҙам үҙәге Рәсәйҙә иң яҡшы 15 иҫәбендә

Был 2023 йыл йомғаҡтары буйынса. Бындай үҙәктәр илдә - 180, Волга буйы федераль округында – 60. 2023 йылда Өфө нефть техник университетының Технологиялар һәм инновацияларға ярҙам үҙәге аша интеллектуаль эшмәкәрлек һөҙөмтәләрен теркәүгә 350 ғариза бирелгән.

- Технологиялар һәм инновацияларға ярҙам үҙәгенең төп бурысы консультациялар биреү генә түгел. Ул Башҡортостанда һәм Рәсәйҙә иҡтисадты үҫтереү маҡсатында бизнесҡа һәм айырым кешеләргә  интеллектуаль милкен файҙаланыуҙа ярҙам итеү, - тип билдәләне Технологиялар трансферы директоры Руслан Хәйретдинов.

Технологиялар һәм инновацияларға ярҙам үҙәгенең эшмәкәрлеге “Фән һәм университеттар” милли проекты бурыстарына тап килә һәм төбәк инновациялар системаһын үҫтереүҙә ярҙам итеүгә, шулай уҡ йәмғиәттә инновациялы эшмәкәрлекте популярлаштырыуға йүнәлтелгән.

Технологиялар һәм инновацияларға ярҙам үҙәге Сәнәғәт милке федераль институтының һәм башҡа интеллектуаль милек өлкәһендәге патентлы һәм патентһыҙ мәғлүмәт ресурстарын бушлай файҙаланыуға мөмкинлек аса.  Үҙәктең төп ҡулланыусылары - инновациялы эшмәкәрлек һәм индивидуаль уйлап табыусыларҙың коммерция субъекттары.

Белешмә. Студенттар кампусы Рәсәй Президенты В. Путин күрһәтмәһенә  ярашлы һәм Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығының  “Фән һәм университеттар” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә төҙөлә.

Фото һәм сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/23654/

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: