Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
24 Апрель , 20:30

Башҡорт теленән халыҡ-ара диктантты бергәләп яҙайыҡ!

Быйылғы диктант текстары ниндәй тематикаға арнала? Диктант тексын ҡайҙан ебәрергә? 

Башҡорт теленән халыҡ-ара диктантты бергәләп яҙайыҡ!
Башҡорт теленән халыҡ-ара диктантты бергәләп яҙайыҡ!

Белем биреү акцияһы 27 апрелдән 29-ына тиклем ойошторола. Диктант тексын дикторҙар «Башҡортостан юлдаш телевидениеһы» телеканалында тура эфирҙа 27 апрелдә 11:00 сәғәттә уҡый башлай.

2024 йылда ойоштороусылар текстарҙың тематикаһын илһөйәрлеккә, йәштәр тормошона һәм ғаилә ҡиммәттәренә бағышлаған. Диктант яҙыу өс йүнәлештә ойошторола.

11:00 сәғәттән 11:25 тиклем – башҡорт телен башланғыс кимәлдә белеүселәр өсөн;

11:30 сәғәттән 12:00 тиклем – башҡорт телендә иркен аралашыусылар өсөн;

12:05 сәғәттән 12:30 тиклем – башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙыусылар өсөн.

https://lkbash.ru һылтанмаһы буйынса акцияла ҡатнашыусы тейешле офлайн-майҙансыҡты һайлай ала. Шулай уҡ һәр кем диктантты үҙаллы онлайн да яҙырға мөмкин. Тура эфир видеоһы https://bashdictant.ru/ сайтында урынлаштырыласаҡ.

Диктант тексын фотоға төшөрөргә (скан аша үткәрергә) һәм 29 апрелдең 23:59 сәғ. тиклем электрон почтаға: [email protected] йәки телеграм-ботҡа: https://t.me/bash_dictant_bot ебәрергә кәрәк.

Акцияға йомғаҡ 30 көн дауамында Башҡорт теленән халыҡ-ара диктанттың рәсми сайтында яһаласаҡ. Ҡатнашыусыларға сертификаттар электрон почтаға йәки телеграм-бот аша ебәрелә.

Тел – халҡыбыҙҙың рухи байлығы. Барығыҙға ла уңыштар!

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы. 

#башҡорттелендәдиктант

#башдиктант #башдиктант2024

#диктантпобашкирскомуязыку

#башҡортсадиктантяҙам

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: