Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
24 Апрель , 19:00

Орск ҡалаһындағы фажиғәне ишеткәс...

 Р.Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты ла битараф ҡала алманы, тип һөйләне Вәсилә Туйсина.

Орск ҡалаһындағы фажиғәне ишеткәс...
Орск ҡалаһындағы фажиғәне ишеткәс...

Халҡыбыҙ бәлә килгәндә берләшеүе, ярҙамсыллығы менән көслө.

Ут күршеләребеҙ – Ырымбур өлкәһенең Орск ҡалаһын һыу баҫыу арҡаһында килеп тыуған ауыр хәлде лә башҡортостандар ситтән генә күҙәтмәне, шунда уҡ ярҙам ҡулы һуҙырға ынтылды. Ойошмалар, хеҙмәт коллективтары, айырым кешеләр хәлдән килгәнсә булышлыҡ ҡылырға тотондо.

Р.Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты ла изге эшкә үҙ өлөшөн индерҙе.

– Орск ҡалаһындағы фажиғәне ишеткәс, гимназия битараф ҡала алманы. Директор Илнур Рифат улы ниндәй ҙә булһа ярҙам күрһәтергә тип тәҡдим итте. Ил төкөрһә – күл була, тигәндәй, уҡыусылар, уҡытыусылар, тәрбиәселәр менән бер рәттән ата-әсәләр, сығарылыш уҡыусылары ла дәррәү күтәреп алды.Тиҙ арала кейем-һалым, гигиена кәрәк-яраҡтары, шешәләрҙә һыу һатып алдыҡ. Шулай уҡ 62 100 һум аҡса йыйылды. Уға боҙолмай торған, оҙаҡ һаҡларға мөмкин булған аҙыҡ-түлек хәстәрләнек.

Алынған кәрәк-яраҡты, ризыҡты төрөп, ҡаптарға тултырырға, урынлаштырырға ярҙам иткән Фәнзилә Хәмзә ҡыҙына, Альбина Миҙхәт ҡыҙына, шоферыбыҙ Наил Тимерхан улына рәхмәт белдерәбеҙ, – тип уртаҡлашты директорҙың тәрбиә эштәре буйынса кәңәшсеһе Вәсилә Әхәт ҡыҙы Туйсина.

Ғариповсыларға "афарин!" тиергә генә ҡала. Уҡыуҙа ла, башҡа сараларҙа ла алдынғылыҡты бирмәгән коллектив изге ғәмәлдәрҙән дә ситтә ҡалмай һәм ул йәһәттән дә күптәргә өлгө булып тора. 

Рәүилә ҒАТАУЛЛИНА.
Фотолар – гимназия фондынан.

Орск ҡалаһындағы фажиғәне ишеткәс...
Орск ҡалаһындағы фажиғәне ишеткәс...
Орск ҡалаһындағы фажиғәне ишеткәс...
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас: