Башҡортостан Республикаһының рәсми делегацияһы Үзбәкстанға эш сәфәре мәлендә “БР Фәнни-белем биреү үҙәге идарасы компанияһы” автономлы коммерция булмаған ойошмаһы директоры Наталия Латыпова “Иннопром: Үҙәк Азия” халыҡ-ара сәнәғәт күргәҙмәһен барып күрҙе.
Күргәҙмә Башҡортостан Һәм Үзбәкстан юғары уҡыу йорттарының хеҙмәттәшлеген яйға һалырға, фекер һәм тәжрибә уртаҡлашырға мөмкинлек бирҙе.
Эшлекле сарала Каршин инженер-сәнәғәт институты менән Башҡортостандың Фәнни-белем биреү үҙәге идара компанияһы араһында үҙ-ара килешеүгә ҡул ҡуйылған. Шулай уҡ осрашыуҙың тағы бер рәсми һөҙөмтәһе: “Фәнни-белем биреү үҙәге идарасы компанияһы” автономлы коммерция булмаған ойошмаһы һәм Ташкент дәүләт транспорт университеты араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлгән.
Башҡортостан һәм Үзбәкстан вуздары араһында фәнни, белем биреү, мәҙәниәт өлкәһендәге хеҙмәттәшлек тураһында 20-нән ашыу килешеү төҙөлгән, шулай уҡ алмашыу программаһын тормошҡа ашырыу ҙа ҡаралған. 2023-2024 уҡыу йылында беҙҙең төбәктә 1127 Үзбәкстан гражданы уҡый.
Белешмә. “ИННОПРОМ. Үҙәк Азия” IV халыҡ-ара сәнәғәт күргәҙмәһе Ташкентта 22 апрелдән 24-енә тиклем үтте. 27 илдән 400-ҙән ашыу компания сәнәғәт өлкәһендә үҙҙәренең инновация ҡарарҙары менән таныштырҙы. Башҡортостан делегацияһына дәүләт власы органдары, министрлыҡ һәм ведомство вәкилдәре, шулай уҡ төрлө 66 предприятие һәм ойошма хеҙмәткәрҙәре ингән.
Фото һәм сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/23689/