Белем һәм тәрбиә
25 Апрель 2024, 16:35

“Белем” йәмғиәте лекторҙары конкурсында ҡатнаша алаһығыҙ

Августан ноябргә тиклем конкурстың төбәк этабы барасаҡ.

“Белем” йәмғиәте лекторҙары конкурсында ҡатнаша алаһығыҙ“Белем” йәмғиәте лекторҙары конкурсында ҡатнаша алаһығыҙ
“Белем” йәмғиәте лекторҙары конкурсында ҡатнаша алаһығыҙ

“Белем. Лектор-24” конкурсында ҡатнашыусылар “Белем” йәмғиәте лекторҙарының  төбәк  командаларына эләгеү мөмкинлегенә эйә. 50 еңеүсегә был эште үҫтереүгә 250-шәр мең һум аҡса бүләк итәсәктәр. Ә иң көслө уҡыусыларға “Артек” үҙәгенә  путевкалар тапшырыласаҡ. Заявкаларҙы  проект сайтында 24 апрелдән алып 30 июнгә тиклем 14 йәше тулған  һәр Рәсәй кешеһе бирә ала (уҡыусылар – 3 июнгә тиклем).

Халыҡ алдындағы асыҡ сығыштар буйынса уҡыу курсынан һуң һайлап алыуҙар башлана. Курсты тамамлаусылар 5 июлгә тиклем видеовизитка һәм дәүләт власы органдарынан, йәмәғәт берекмәләренән, белем биреү ойошмаларынан баһалама ебәрергә тейеш. Август айынан ноябргә тиклем конкурстың төбәк этабы барасаҡ. Финалға үтеү тураһында Эксперт советы ҡарар ҡабул итә.

“Уҡыусылар”  номинацияһында һайлап алыуҙар июль айында уҡ башлана. Конкурсанттар халыҡ алында сығыш яһарға өйрәнәсәк, презентация материалдарын әҙерләйәсәк, эксперттар менән әңгәмәләшәсәк. 175 финалист “Артек” үҙәгенең профилле сменаһына 25 сентябрҙән 16 октябргә тиклем барырға тейеш.

Фото:"Белем" йәмғиәте.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас