Белем һәм тәрбиә
26 Апрель 2024, 14:25

Балалар йәйге ялға әҙерләнә

1 июндән балалар ялы буйынса йәмғеһе 1 770 ойошма эшләй башлаясаҡ. Йәй дауамында уларҙа 500 меңгә яҡын уҡыусы ял итәсәк. 

Балалар йәйге ялға әҙерләнәБалалар йәйге ялға әҙерләнә
Балалар йәйге ялға әҙерләнә

2024 йылдың йәйге һауыҡтырыу кампанияһы осоронда Башҡортостан Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларынан 1 200 баланы ҡабул итергә әҙер. Был хаҡта мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлетбирҙин аҙналыҡ оператив кәңәшмә барышында белдерҙе. Уны республика Башлығы Радий Хәбиров үткәрҙе.

1 июндән балалар ялы буйынса йәмғеһе 1 770 ойошма эшләй башлаясаҡ. Йәй дауамында уларҙа 500 меңгә яҡын уҡыусы, шул иҫәптән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары ял итәсәк. Балалар өсөн тематик профилле сменалар, шул иҫәптән «Йәш спецназсы», «Йәш эшҡыуар», «Геройҙар иле», «Техностарт», «Этнонити» сменалары, шулай уҡ дөйөм Рәсәй «Беренселәр хәрәкәте» сменалары ойошторола. Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн инклюзив сменалар ойошторола.

Илдар Мәүлетбирҙин һүҙҙәренсә, барлыҡ балалар лагерҙары һауыҡтырыу кампанияһына әҙерләнә – ыңғай санитар-эпидемиологик һығымталар алыу менән шөғөлләнә, биләмәләрҙе таҙартыуҙы, ағымдағы ремонтты тамамлай.

1 марттан федераль программа сиктәрендә эш башланды. 2024 йылда дүрт балалар лагерында тиҙ ҡоролоусан биш торлаҡ модулен булдырыуға, шулай уҡ Стәрлебаш районының һауыҡтырыу учреждениеһында медицина һәм туҡланыу блогын капиталь ремонтлауға федераль бюджеттан – 144 миллион һум, республика ҡаҙнаһынан 27,5 миллион һум аҡса йүнәлтелде.

Йәйге һауыҡтырыу кампанияһы осоронда хәүефһеҙлекте тәьмин итеү өсөн муниципалитеттар терроризмға ҡаршы һәм янғындан һаҡлау, ғәҙәттән тыш хәлдәргә юл ҡуймау буйынса саралар уҙғара, шулай уҡ медицина кабинеттарының кәрәкле ҡорамалдар менән йыһазландырылыуын тикшерә.

Башҡортостан Башлығы хәүефһеҙлек мәсьәләләренә һәм лагерҙарҙың санитар-эпидемиологик талаптарҙы үтәүенә айырыуса иғтибар бүлергә ҡушты.

- Урындарҙа тәртиптең булыуы, йәйҙең һәйбәт үтеүе мөһим, - тине Радий Хәбиров.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас