Белем һәм тәрбиә
26 Апрель 2024, 14:10

Диктантта бергәләп ҡатнашайыҡ!

Шарттары - яҙмала.

Диктантта бергәләп ҡатнашайыҡ!Диктантта бергәләп ҡатнашайыҡ!
Диктантта бергәләп ҡатнашайыҡ!

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, иртәгә «Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант-2024» акцияһы үткәрелә! Сара онлайн һәм оффлайн форматта уҙғарыла.

Һәр ҡатнашыусының диктантты өйҙә үҙаллы яҙыу мөмкинлеге бар. Тамамланғас, диктант яҙылған ҡағыҙҙы фотоға төшөрөп, bashdictant2024@mail.ru йәки телеграмма-ботҡа https://t.me/bash_dictant_bot 2024 йылдың 29 апреленең 23:59 сәғәтенә тиклем (Өфө ваҡыты буйынса) ебәрергә кәрәк.

Диктантта ҡатнашыусыларға сертификаттар электрон почтаға йә телеграм-боттан ебәреләсәк.

Акцияның рәсми һөҙөмтәләре 30 көн арауығында https://bashdictant.ru/ сайтында баҫтырылып сығасаҡ.

Фото: Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды.

Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас